+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 12:47

Яҙылығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!

26 майға тиклем «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

26 майға тиклем «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә иғлан ителгән ташламалы хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ, хөрмәтле дуҫтар!

Икенсе ярты йыллыҡҡа район баҫмаларына почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа һәм редакцияның үҙенә килеп тә яҙылырға була.

Ташламалы ун көнлөктә «Осҡон» гәзитенә яҙылыу хаҡы алты айға 801 һум 54 тин буласаҡ, һуғыш ветерандарына, I, II төркөм инвалидтар өсөн «районка» 730 һум 86 тингә төшәсәк.

Гәзиткә яҙылып квитанция күсер-мәләрен беҙгә ебәргәндәр араһында йылдағыса бүләктәр уйнатыласаҡ. Тәүге еңеүселәр киләһе дүшәмбелә билдәләнә. Еңеүселәргә шәп бүләктәр әҙерләнгән.


Фәрүәз Кәримова, Асҡар ауылы:

— Утыҙ йылдан ашыу район типографияһында эшләү дәүеремдә «Осҡон» гәзитен хәрефләп йыйҙым да, линотип машиналары килгәс, әҙер юлдарҙы полосаларға ултырттым да, гәзитте баҫтым да. Эшләгән йылдарымда ла, хәҙер инде ике тиҫтә йылға яҡын хаҡлы ялда булһам да бер ваҡытта ла район гәзитенән айырылманым. Сөнки «Осҡон»до уҡымаһам, тамағыма ашамаған кеүекмен, гәзит уҡыу үҙенсә күңелгә ял бирә, дәрт өҫтәй. Район яңылыҡтары менән танышып, яҡшы кешеләр, дан ғаиләләр, өлгө булыр ололар хаҡында уҡып ҡыуанам. Гәзит үҙенсә тәрбиәсе лә бит, кемдәндер өлгө алаһың, икенселәр кеүек тырышып эшләргә, матур итеп йәшәргә ынтылаһың. Кем нисектер, мин «Осҡон»һоҙ йәшәй алмайым, гәзитһеҙ донъя йәмһеҙ.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: