+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 18:44

Путин рәсәйҙәге милли проекттарҙың төп маҡсатын атаны

Дөйөм дәүләт (милли) проекттарҙың төп маҡсаты – халыҡтың йәшәйеш дәрәжәһен күтәреү. Был хаҡта Президент Владимир Путин 22 майҙа үткән Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздары федерацияһының (ФНПР) X съезында белдерҙе.

Дөйөм дәүләт (милли) проекттарҙың төп маҡсаты – халыҡтың йәшәйеш дәрәжәһен күтәреү. Был хаҡта Президент Владимир Путин 22 майҙа үткән Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздары федерацияһының (ФНПР) X съезында белдерҙе.
Путин һүҙҙәре буйынса, таланттар, мәғариф һәм кешеләрҙең мөмкинлектәре бөгөнгө тормошобоҙҙоң төп ҡиммәттәре булып ҡала һәм милли проекттар башлыса уларҙы һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
“Ҡабатлап белдерәм, улар (милли проекттар. – ред.) кешеләргә хеҙмәт итеү өсөн ойошторолған. Бөгөн, көслө үҫешкән доньябыҙҙа, сәғәт эсендә активтар, технологиялар, бығаса ирешелгәндәр, теге йәки был тәбиғи ресурстар юҡҡа сығыу мөмкин булған заманда кешеләр, уларҙың таланттары һәм мөмкинлектәре, киреһенсә, төп ҡиммәттәр булып һаҡланып ҡала”, – тип белдерә “Яңылыҡтар” Мәғлүмәт агентлыгы Президенттың сығышына тарата.
Путин шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында бүленгән аҡсаны тотонорға ғына түгел, ә граждандар ҙа тормош кимәле яҡшырыуҙы үҙҙәре тойомлаһын өсөн, йүнәлтелгән аҡсаның һөҙөмтәлелегенә ирешергә саҡырғайны.
Милли проекттар Рәсәйҙең фәнни-технологик һәм социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән булырға, шулай уҡ халыҡ һаны артыуға, тормош кимәле яҡшырыуға хеҙмәт итергә тейеш. 2019 – 2021 йылдарҙа 12 милли проектты бойомға ашырыуға 5,7 триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

Читайте нас: