-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 12:16

Байымдар һынатмаҫ

26 майға тиклем гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡҡа квитанция тултырырға мөмкин.

Икенсе ярты йыллыҡҡа район гәзиттәренә яҙылыу бара. 26 майға тиклем гәзит-журналдарға осһоҙораҡ хаҡҡа квитанция тултырырға мөмкин. Байым яҡтары ун көнлөктө нисек файҙалана, киләһе ярты йыллыҡта «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрен алдырырға уйлайҙармы — ошоларҙы белеү маҡсаты менән был төбәккә юл тоттом.

Иң тәүҙә, әлбиттә, Байым почта бүлексәһенә индем. Начальник Зөлфиә Ғәскәрова әйтеүенсә, почтальондар ауыл буйлап йөрөй, шулай ҙа әлегә маҡтанырлыҡ күрһәткестәр юҡ. Әлеге көндә биләмәлә 193 дана «Осҡон», 15 «Абзелил» алдыралар. Киләһе ярты йыллыҡҡа әлегә 44 кеше яҙылған. Ололар пенсия килгәнен көтә, бәлки шунан һуң район гәзиттәренә яҙылыусылар артыр тип өмөт итә. Уның һүҙҙәрен почтальон Зилдә Рамаҙанова ла ҡеүәтләне.

Элек-электән уҡытыусылар беҙҙең иң әүҙем гәзит-журнал алдырыусылар булды. Байым урта мәктәбе коллективы ни әйтер тип белем усағына йүнәлдек. Көтөп торғандар тиерһең, директор бүлмәһендә тап ошо турала һөйләшеү бара ине. Мәктәп директоры Зилә Зариповаға подписка өсөн яуаплы китапханасы Таңсулпан Ғабдуллина гәзит-журналдарға яҙылыу барышы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе.

— Беҙҙең уҡытыусылар республика баҫмаларын, район гәзиттәрен дәррәү алдыра. Был юлы ла бөтә коллектив менән яҙылырбыҙ тип тулы ышаныс менән әйтәм, — тине Зилә Шәғәли ҡыҙы.

Күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡаршыланы һәм мотлаҡ яҙыласаҡбыҙ тип вәғәҙә бирҙе. Әнисә Махийәнова «Осҡон», «Йәшлек» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын йыл да алдырам, Туйышта почтальоныбыҙ Гөлназ Йыһаншина һәйбәт эшләй, ваҡытында алып килә тип ҡалды. Китапханасы Мәрзиә Юламанова «Осҡон»ға, республика баҫмаларына яҙылды.

Байым участка дауаханаһында район гәзиттәрен алдырыусылар юҡ тиерлек. «Ниңә алдырмайһығыҙ?» — тиеүгә аҡ халатлылар ҡотлау-иғландарҙың күплегенә, медицина темаһы аҙ яҡтыртылыуға һылтанды. Шәфҡәт туташы Зәйнәп Яҡупова ғына «Осҡон»ға, журналдарға яҙылды.

Йорттар буйлап йөрөй башлағас ҡына эшебеҙ ырап китте, кәйефтәр ҙә күтәрелде. Беҙ почтальон менән ингән тәүге өйҙә Байым ауылы биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айһылыу Мөхәмәтдинова йәшәй булып сыҡты. Ул «Осҡон»дан тыш, биш баҫмаға квитанция тултырҙы.

— Зилдә апайҙың килгәнен көтөп кенә торабыҙ. Мин иң тәүҙә «Осҡон»до ҡулға алам. Кемдең юбилейы, туйы булғанлығын да гәзиттән беләбеҙ. Бигерәк тә хеҙмәт алдынғылары, ғаиләләр хаҡында һүрәтләмәләрҙе яратып уҡыйым. Район гәзите оҡшай. Яңылыҡтарҙы белмәй, нисек йәшәйһең? Үҙебеҙҙең баҫмаларға мотлаҡ яҙылырға кәрәк, — тип ҡыуандырҙы Айһылыу апай.

Был көндө «Осҡон»ға Таңһылыу Рәхимова ла теләп яҙылды. 91 йәшлек инәй үҙенә алдырыуҙан тыш, ейәнсәрҙәре ғаиләләрен дә гәзитһеҙ ҡалдырмай икән. Иҫке Балапандан Урал Сөләймәнов та үҙенә, ике улына «Осҡон», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәренә яҙылып, башҡаларға өлгө булып тора. Оло йәштә лә матбуғаттың тоғро дуҫтары булған Сания Махийәнова, Рафиҡа Әғзәмова, Хәниф Мәҡсүтов район һәм республика баҫмаларына квитанция тултырҙы. Йыл да гәзит-журналдарҙы күпләп алдырған Гөлниса Сөләймәнова, Әнүәрә Хәйбуллина, Мәрйәм менән Насип Зәйтүновтар, Мәүлиҙә Ирғәлина, Мәҙинә Ғәскәрова киләһе ярты йыллыҡта беҙҙең менән бергә буласаҡ. Тырыша торғас, «Осҡон»ға 15 квитанция тултырылды.

30 йыл дауамында почтальон булған Зилдә Рамаҙанова Байым халҡын да белеп бөткән. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йүгереп йөрөп эшләгән, йәш коллегаларына үрнәк булған апай еткерелгән планды тултырырға тырышырбыҙ тип ышандырҙы. Байымдар һынатмаҫ тип өмөт итәйек.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: