“Ҙур предприятиелар беҙҙән башҡа ла үҫешәсәк. Иң мөһиме – беҙҙең уларға ҡамасауламауыбыҙ һәм уларҙың инвестиция программалары булыуы, – тине Радий Фәрит улы. – Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа иһә ыңғай йоғонто яһай алабыҙ. Мин һеҙҙе республиканың киләсәге итеп күрәм. Бурысыбыҙ – һеҙгә эшләргә уңайлы булһын өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу. Бер-ике йылдан республика бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн Клондайкка әйләнәсәк, бының өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу мотлаҡ”.