«Осҡон» гәзите үҙенең уҡыусылары араһында иғлан иткән уйын дауам итә. Ошоға тиклем киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсер-мәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында сираттағы еңеүсе билдәләнде. Ҡырҙас ауылынан даими гәзит уҡыусыбыҙ, хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәкей апа Дәүләткирәевҡа бүләккә юрған эләкте. Оҙаҡ йылдар дауамында «районка» менән бергә булған һәм 90 йәшендә лә «Осҡон»дан айырылмаған еңеүсебеҙҙе ҡотлайбыҙ.
«Осҡон»ға яҙыл да, бүләк от!» уйынында һеҙ ҙә ҡатнашырға теләһәгеҙ, гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә ебәрегеҙ, киләһе уйында, бәлки, бәхет нәҡ һеҙгә йылмайыр.
Әйткәндәй, уҙған шәмбелә район предприятие-учреждениелары етәкселәренең аҙна кәңәшмәһенән һуң, почта хеҙмәткәрҙәре уларҙы киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыуҙы ойошторҙо. Күптәр ташламалы ун көнлөктән файҙаланып, «Осҡон» һәм «Абзелил», «Йәшлек», «Единая Россия» гәзиттәренә абонемент тултырҙы. Беҙҙең менән бергә булған, бергә ҡалған гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ.