-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:11

Заман башҡорто ниндәй булырға тейеш?

«Заман башҡорто кодексы» тип аталған беҙҙең проект форум сиктәрендә уҙған конкурста еңеүселәр рәтенә сыҡты.

Миңә «V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы» халыҡ-ара йәштәр форумының бер майҙансығы эшендә ҡатнашырға яҙҙы. «Заман башҡорты кодексы» тип аталған беҙҙең проект форум сиктәрендә уҙған конкурста еңеүселәр рәтенә сыҡты. Һәм уны команда 3 июнгә тиклем онлайн-режимда эшләп еткерергә, артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тәҡдим итергә тейеш. Документ башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына индереләсәк.

Кодексты әҙерләгәндә Илгиз Байморатов етәкләгән команда ватандаштарыбыҙҙың ыңғай һәм кире яҡтарын анализланы. Кире һыҙаттар араһында стереотип һәм ҡалыплашҡан фекерләү билдәләп үтелде. Форумда ҡатнашыусылар был сифаттар башҡорттарға үҫешергә ҡамасаулай тип билдәләне. Иң таралған стереотиптарҙың береһе — бәйләнештәрең булмаһа, уңыш ҡаҙанып булмай тигән фекер. Бындай фекерләүҙең сәбәбе уңышлы милләттәштәребеҙҙең биографияһын белмәүҙә. Шуға күрә арҙаҡлы башҡорттар тураһында ҡыҫҡа метражлы кинолар, кескәйҙәр өсөн милли персонаждар менән йәнһүрәттәр төшөрөү кәрәклеге ҡарар ителде. Балалар үҙебеҙҙең йәнһүрәттәрҙе ҡарап үҫергә, улар ярҙамында башҡорт телен өйрәнергә һәм яратырға тейеш.

Кодекстың төп маҡсаты — үҙ көсөнә ышанған башҡорт тәрбиәләү. Бөгөн беҙҙең йәштәр мөмкинлектәрен тейешлесә баһаламай, үҙҙәрен күрһәтә, таланттары менән аҡса эшләй белмәй. Бының сәбәбе генетик хәтергә лә бәйле: тәрбиәлелектә, баҫалҡылыҡта һәм ҡыйыуһыҙлыҡта. Форумда ҡатнашыусылар проблеманы хәл итеүҙә ата-әсәләр, уҡытыусылар өсөн мәктәптәр ойоштороу, райондарҙа йәштәр ҡоролтайы үткәреү, башҡортса квест-уйындар уҙғарыу зарур тип билдәләне.

Гөлназ ЙӘРКӘЕВА.

Таштимер ауылы.


Читайте нас: