+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 11:21

Владимир Путин һәм яһалма интеллект

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында яһалма интеллект өлкәһендә технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында яһалма интеллект өлкәһендә технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.


Президент һүҙҙәренсә, яһалма интеллект - киләсәктең технологик үҫешендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Рәсәй иһә был тәңгәлдә бойондороҡһоҙ булырға тейеш.


Владимир Владимировичты һүҙмә-һүҙ ҡабатлағанда, ул былай тине: "Уже говорил, и хочу еще раз повторить: если кто-то сможет обеспечить монополию в сфере искусственного интеллекта, то последствия нам всем понятны - тот станет властелином мира".


Күп үҫешкән илдәр яһалма интеллект технологиялары буйынса төрлө план ҡорған. Әлбиттә, проекттары ғәмәлгә лә ашырыла. беҙ ҙә артта ҡалырға тейеш түгел.


Рәсәйҙә бөтә шарттар бар. Дәғүәселәребеҙ ҙә көслө. Йәғни, башҡа дәүләттәрҙе күҙ уңында тотҡанда. Шуға ла эшкә етди ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме, амбициоз ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа кадрҙар ҙа талап ителә. Уларҙы ситтән йәлеп итәбеҙме, үҙебеҙҙекеләрҙе ебәрмәй тотабыҙмы - "аҡыллы баштар" яһалма интеллект булдырыуҙа иң кәрәкле кешеләр.


Владимир Путин да шулай тип белдерҙе:"Рәсәйгә үҙ һәләтлеләрен һаҡлау һәм бөтә донъянан иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеү мөһим".
Читайте нас: