+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 12:37

Дәүләт сиге ныҡ булһын

28 майҙа район үҙәгендә байрам саралары уҙҙы.

Май аҙағында бөтә илдә сик буйы һаҡсылары көнө киң билдәләнә. 28 майҙа район үҙәгендә лә байрам саралары уҙҙы. Тантанала район Советы һәм хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, пограничниктар, район халҡы ҡатнашты.

Асҡарҙың төп майҙанында пограничниктарға асылған һәйкәл янында башланды байрам тантанаһы.

Байрамға йыйылыусыларҙы һәм тигеҙ сафҡа теҙелгән пограничниктарҙы район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, хәрби комиссар Р. М. Ғәҙелшин, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандар советы рәйесе А. М. Оморҙаҡов һәм совет идаралығы ағзаһы Р. Һ. Сыңғыҙов тәбрикләне.

— Ил сиген һаҡлау, дошман килгәндә уны яҡлап яуға күтәрелеү — һәр ир-егеттең мөҡәддәс изге бурысы. Бер быуатлыҡ тарихҡа эйә ғәскәрҙәр иң элиталы һанала һәм унда хеҙмәт итеү тик лайыҡлылар өлөшөнә эләгә, — тине Илдар Таһир улы. — Илебеҙ сиген көн-төн йоҡламай һаҡлаған пограничниктарға бөгөн иң йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ, уларға оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр тыныс осорҙа ла оло дәүләтебеҙҙе һаҡлай.

Йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары Сәлих Ҡәнәғәтуллин (Яңы Балапан) менән Урал Харисов (Асҡар) район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Байрам уңайынан район хәрби комиссариатының почет грамоталары Мөнир Бүләкбаев (Амангилде), Марат Фәттәхов (Асҡар), Ринат Абдуллин (Ташбулат), Рәфис Насировҡа (Таштимер) тапшырылды. Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының республика ойошмаһынан Ирәмән Әхтәмов (Рысҡужа), Динар Хәлисов (Ишбулды), Әсғәт Билалов (Ташбулат) почет грамоталары алды. Бер төркөм сик һаҡсылары юбилей миҙалдары менән билдәләнде. Район сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы рәйесе төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Йәш техниктар станцияһы директоры Вадим Ғафаров менән мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәре Заһит Ғәбитовҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан уҙамандар ҡайынлыҡҡа йүнәлде. Унда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды. Мәҙәни-ял үҙәгенең ижади көстәре әҙерләгән матур номерҙарҙан торған концерт барыһының да күңеленә хуш килде. Совет рәйесе Азамат Оморҙаҡов менән уның урынбаҫары Шәрифйән Ғәтиәтуллин байрамды иҫтәлекле итеп үткәреүгә күп көс һалған. Спорт ярыштары ла ойошторолдо: пограничниктар әрме күнекмәләрен иҫенә төшөрөп, турникта күтәрелде, ҡул көрәшендә көс һынашты. Турникта 18 тапҡыр күтәрелгән Һаҙый Низамов (Амангилде) беренсе урын яуланы. Икенселә — Ғәзиз Сәлимйәнов (Ҡырҙас) менән Радик Вәлиев (Ишҡол), өсөнсө урынды Рәмил Рәхмәтов (Ишбулды) алды. Гер күтәреүҙә Салауат Суфияновҡа (Ҡырҙас) тиңләшеүсе булманы, ул 30 тапҡыр гер күтәреп беренсе урынға сыҡты. Азамат Мансуров (Үтәгән), Раян Сафиуллин (Рысҡужа), Фәнис Шәрәфетдинов (Ишҡол) яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Армрестлинг буйынса иң көслөләр тип Азамат Мансуров, Салауат Суфиянов, Фәнис Шәрәфетдинов табылды. Арҡан тартышыуҙа Буранғол, Амангилде, Ҡырҙас биләмәһе ир-уҙамандарынан торған урман-тау төбәге командаһына етеүсе булманы. Асҡар икенсе, Рауил һәм Хәлил биләмәләрен берләштергән ялан төбәге командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Ярыштарҙы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренерҙары баһаланы. Пограничниктар өсөн байрам ойоштороусылар Асҡар биләмәһе хакимиәтенә, мәҙәни-ял үҙәгенә ярҙамдары өсөн рәхмәтле. «Йәшел погонлы»лар дөргөн, берҙәм булып, байрамдарын онотолғоһоҙ итеп уҙғарҙы.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: