+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 11:41

Балаларҙың шатлығының сиге юҡ

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан бәләкәстәрҙе һөйөндөрөп, Тупаҡ ауылында бына тигән уйын майҙансығы асылды.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан бәләкәстәрҙе һөйөндөрөп, Тупаҡ ауылында бына тигән уйын майҙансығы асылды.

Уҙған йыл тупаҡтар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрҙе һәм ошо байрам сиктәрендә ойошторолған район конкурсында беренсе урын яулап, 50 мең һум премия менән бүләкләнгәйне. Был аҡсаны ниндәй маҡсатта файҙаланыу отошлораҡ булыу мәсьәләһен хәл иткән йыйында ауылдаштар бер һүҙҙән балалар майҙансығы эшләүгә тотонорға ҡарар итә. Был суммаға тағы 26 мең һум өҫтәлә. Был аҡса инде урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, ауыл халҡы, бағымсылар зыяратты кәртәләүгә йыйған иғәнәләрҙән ҡала. Артып ҡалған аҡсаны ла халыҡ кире таратып бирмәҫкә, ә балалар мәнфәғәтендә тотоноуға өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ ауылдаштар осрашыуы ваҡытында бирелгән аҡсалата бүләк тә ҡушыла. — Байрамға әҙерлек осоронда ярҙам иткән бағымсылар Сабир, Зөлфәр Ғилмановтар, Дамир, Мирза Харрасовтар, Сафия Мансурова, Рәйсә Ғәлина, Мәжит Шәғәлиевҡа һәм Юнир Таһировҡа рәхмәтлебеҙ, нәҡ уларҙың ярҙамы менән ауылды ентекле әҙерләп, беренсе урын алыуға өлгәштек, ти байрамды ойоштороусыларҙың береһе Гөлсөм Хәйҙәрова.

Быйыл иртә яҙҙан район Советы депутаты Юнир Таһиров ауыл хакимиәте башлығы Вәсилә Абсаҙыева менән майҙансыҡ өсөн ҡорамалдар ҡайтарыуҙы хәстәрләй. Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары майҙансыҡты тәгәрмәстәр менән уратып алып, уны буяуға ихлас тотона. Был эштә Гөлсөм Хәйҙәрова, Вәсилә Суфиянова, Гөлназ Әҡсәнова, Зәһиҙә Сәхәува, Әлфиә Искәнйәрова, Рәйфә Хөбөтдинова, Гөлсибәр Таһирова һәм Гөлһыу Байрамғоловалар бар көсөн һала.

Ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалмай. Дүрт бала атаһы Венер Абдуллин, мәҫәлән, эскәмйәләр эшләп биргән. Рәфис Сәхәув, Альберт Әсфәнйәров, Байрас Хафизов, Динир Ғәлиуллин, Арсен Суфиянов бәләкәстәр өсөн ҡом майҙансығы эшләгән, башҡа төҙөкләндереү эштәрендә булышҡан.

Майҙансыҡта бөгөн шулай уҡ балалар өсөн әүһәләк, турник, тау, футбол уйнар өсөн ҡапҡалар ҙа бар. Бер һүҙ менән, әйткәндә, ағай-апайҙары, олатай-өләсәйҙәре бына тигән майҙансыҡ эшләп биргән бәләкәс тупаҡтарға.

Балалар майҙансығын асыу тантанаһында Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вәсилә Сәғит ҡыҙы, ауыл Советы депутаты, мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдарова, Гөлсөм Хәйҙәрова, Вәсилә Суфиянова балаларҙы булғандың ҡәҙерен белеп, һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.

Байрамды балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең, мәктәп уҡыусыларының дәртле сығыштары биҙәне.

Сәфинә Хәлилова ойошторған төрлө уйындарҙа ҡатнашып, балалар өлкәндәр әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: