Яңы закон республиканың ҡала һәм райондарында ҙур саралар, шул иҫәптән һабантуйҙар мәлендә алкоголь һатыуҙы тыя.
Ул барлыҡ килешеү һәм тикшереүҙәрҙе үтте, шуға күрә депутаттар уны өс уҡыуҙа ла ҡабул итте.
Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июнь), Белем көнөндә (1 сентябрь, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә лә) спиртлы эсемлектәр һатырға ярамаясаҡ.
Бер нисә йыл элек Дәүләт Думаһы төбәктәргә ерле байрамдар мәлендә йәки халыҡтың теләге буйынса айырым биләмәләрҙә алкоголь продукцияһы һатыу ҡағиҙәләрен үҙаллы билдәләү хоҡуғын биргәйне. Быға тиклем бындай тыйыу «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһына ғына ҡағылып килде. Һуңғы өс йылдағы практика күрһәтеүенсә, мәктәп менән хушлашыу сараһы мәлендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ябай халыҡ та, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа хуплай.
– Халыҡтың күпселек өлөшө Һабантуй ише милли байрамдарҙы йылы мөхиттә, төрлө спорт ярыштары һәм йыр-бейеү солғанышында үткәреү яҡлы. Хакимиәт башлыҡтарына һәм урындағы етәкселәргә шуны еткергем килә: ҡунаҡтарҙы һыйлаған тирмәләрҙә лә спиртлы эсемлектәр булмаһын. Юғиһә, беҙ халыҡтың именлегенә һәм сәләмәтлегенә йүнәлтелгән матур идеяны юҡҡа сығарасаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Байрам көндәрендә райондарҙағы магазиндар буйлап рейдтар ойоштороласаҡ, контролерҙар эшҡыуарҙар тарафынан закон талаптарының нисек үтәлеүен тикшерәсәк. Законды һанға һуҡмаусыларға ярайһы уҡ ҙур штрафтар ҡаралған: вазифа биләгән кешеләргә – 20 меңдән 40 мең һумғаса, предприятиеларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем. Мәҫәлән, быйыл тыйыуҙы үтәмәгән 170 эшҡыуар тотолдо, улар яҡынса 900 шешә спиртлы эсемлек һатҡан.
Быны нисек белеп була? Барыһы ла бик ябай: беҙҙең илдә алкоголь айырым иҫәпкә алына, йәғни һәр шешәгә һан һуғыла, һәм ул «Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы»на (ЕГАИС) индерелә. Ә унда ниндәй эшҡыуарҙың ҡасан нимә һатыуы, ул тауарҙың нисә һум тороуы асыҡ күренә.
Граждандарҙың сауҙа өлкәһенә бәйле һорауҙарын хәл итеү өсөн республикала «Хәүефһеҙ мөхит» тип аталған сайт булдырылды. Уның адресы: safety.openrepublic.ru. Унда йәшерен рәүештә алкоголь менән сауҙа итеүселәр хаҡында мөрәжәғәттәр ҡабул ителә башланы.
Бының өсөн сайт менән ҡулланыусы мөрәжәғәттең формаһын тултырырға, уны төбәк картаһындағы аныҡ нөктәгә бәйләргә тейеш. Артабан хәбәр тикшереүгә алына һәм һеҙгә рәсми яуап ебәрелә. Шулай уҡ сайтта рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, көнкүрештәге системаларҙағы өҙөклөктәр тураһында ялыуҙар ҙа ҡабул ителә.
— Яңы хеҙмәт тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уның «Хәүефһеҙ мөхит» сайтында булдырылыуы юҡҡа түгел. Сауҙа өлкәһендәге тәртип халыҡтың именлегенә, уңайлы йәшәйешенә туранан-тура тәьҫир итә, – ти республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Асылова.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, алкоголь баҙарында хәлдәр тотороҡло. Ағымдағы йылдың ғинуарынан мартына тиклем республикала спиртлы эсемлек менән осраҡлы ағыуланыуҙың 36 осрағы теркәлгән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән биш тапҡыр аҙыраҡ.