Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2019, 11:10

Владимир Путин балаларға уҡырға бер нисә китап тәҡдим итте

Рәсәй Президенты кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡатнашты.

Рәсәй Президенты кисә Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡатнашты. Ул сит илдәрҙең мәғлүмәт агентлыҡтары башлыҡтары менән осрашыуында төрлө һорауға яуап бирҙе. Һәр ваҡыттағыса аныҡ, асыҡ, тос һәм мәғәнәле.


Һәр илдең дә балалары уҡыһын өсөн ниндәй китап тәҡдим итер инегеҙ, тигән һорауға Владимир Путин былай тип яуапланы: "Библию пусть прочитают, это в любом случае пойдет на пользу, Тору прочитают пускай, Коран. Все это точно совершенно пойдет на пользу и мальчикам, и девочкам".


Президент Библия, Тора, Ҡөрьән кеүек изге китаптарҙа тик файҙа ғына күрә. Сөнки, ти ул, донъя диндәре нигеҙендә гуманистик башланғыс ята.


"Әгәр ҙә беҙ уларҙы хуплаһаҡ, ундағы ҡағиҙәләрҙе үтәһәк, донъя яҡшырасаҡ", - тине Владимир Владимирович.


Президент яҡшы кәңәш бирҙе, шулаймы? Тик йәш быуынға ул китаптарҙы аңларға ла кәрәк бит әле.
Фото: pixabay.com


#ВладимирПутин
Читайте нас в