Рәсәй Президенты Владимир Путин «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә – 75 йыл» юбилей миҙалын булдырыу тураһында ҡарар итте. Был хаҡта Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Юбилей миҙалы менән һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, партизандар, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергәндәр бүләкләнәсәк.