+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 13:06

Иҫән-һау хеҙмәт итегеҙ!

Ошо көндәрҙә райондың хәрби комиссариатында 12 егет әрме сафына оҙатылды.

Ошо көндәрҙә райондың хәрби комиссариатында 12 егет әрме сафына оҙатылды. Уларҙың бишәүһе ДОСААФ-та «С» категорияһын үҙләштерергә өлгөргән. Бөтәһе яҙғы саҡырылышта Әбйәлилдән 88 егет хәрби бурысын үтәргә китәсәк. Тәүге оҙатыу 26 майҙа булған, унда 5 егет Хәрби көстәр сафын тулыландырған.

Асҡар, Байым, Әлмөхәмәт, Дәүләт, Красная Башкирия ауылдары егеттәрен оҙатырға ата-әсәләре, туғандары, һөйгән ҡыҙҙары килде. Тантаналы митинг райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшиндың тәбрикләү һүҙҙәре менән башланды.

— Мин оло ғорурлыҡ менән һеҙҙе Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы, республика һәм район хәрби комиссариаттары исеменән тормошоғоҙҙағы иҫтәлекле көн уңайынан ҡотлайым. РФ Конституцияһының 59-сы статьяһына ярашлы, граждандар хәрби хеҙмәт үтергә тейеш, был уларҙың изге бурысы, — тине Рөстәм Миңлеғәли улы. — Ил алдындағы ир-егетлек бурысын намыҫ менән лайыҡлы үтәп, һеҙҙе көтөп торған яҡындарығыҙға имен-аман ҡайтып етерһегеҙ тип ышанам. Бер йыл ваҡыт бик тиҙ үтә, әммә һеҙ ошо ҡыҫҡа осорҙа байтаҡ тәжрибә, аҡыл туплаясаҡһығыҙ, тормош мәктәбен үтәсәкһегеҙ. Район данына тап төшөрмәйәсәгегеҙгә иманым камил.

Комиссариаттың хәрби саҡырылыш буйынса бүлек начальнигының өлкән ярҙамсыһы И. И. Хәйризаманов та изге теләктәр юлланы.

— Хәрби-космик көстәрҙе тулыландырасаҡ егеттәр илдең төрлө тарафтарына тараласаҡ: улар Алыҫ Көнсығышҡа, Камчаткаға, Тажикстан сигенә йүнәләсәк. Әлеге көндә Әбйәлилдән меңдән ашыу егет контракт буйынса хеҙмәт итә, — тине Илгиз Ишбулат улы. — Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, тыуған ерҙә һеҙҙе көтәләр, шул хаҡта онотмағыҙ. Ата-әсәләргә улдарын ҡыуанып ҡаршыларға яҙһын.

Тиҙҙән һалдат итеге кейәсәк егеттәр исеменән Аһылайҙан Шафиҡ Мурзин намыҫлы хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе, барыһына ла рәхмәт еткерҙе.

— Бөгөн өсөнсө улымды әрме сафына оҙатам, икәүһе имен-аман хеҙмәт итеп ҡайтты. Ир-егеттәр өсөн хәрби бурысты үтәү бик мөһим, ҡыйыу булығыҙ, бирешмәгеҙ, — тине ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Асҡарҙан Ислам Ирғәлин.

Иң мөһиме, имен-аман хеҙмәт итеп, көслө, рухлы егеттәр булып әйләнеп ҡайтырға яҙһын барыһына ла!

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: