+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 12:36

Башҡортостанда берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә

1 июлдән республикала күптән көтөлгән берҙәм транспорт картаһы (русса ҡыҫҡа варианты – ЕТК) ҡулланыла башлаясаҡ.

Карта менән троллейбуста ла, автобуста ла, шул иҫәптән шәхси транспорты менән пассажир ташыусыларҙа ла иҫәпләшергә мөмкин. Тәүҙә был башланғыс менән Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары халҡы ҡулланасаҡ, ә инде ярты йылдан ул йәмәғәт транспорты булған башҡа ҡала һәм райондарҙа ла ғәмәлгә инәсәк.


Ул нимә һәм нисек эшләй?

Бындай берҙәм юл йөрөү карталары менән ике баш ҡала халҡы ла күптән ҡуллана. Мәскәүҙә ул — «Тройка», Петербургта «Подорожник» тип атала. Башҡортостан халҡы тиҫтәләрсә исем араһынан «Алға» тигән атамаға өҫтөнлөк бирҙе.

Асылда берҙәм транспорт картаһы — ул электрон билет-янсыҡ, ҙурлығы буйынса ғәҙәти банк картаһы кеүек. Мөмкинлеккә ҡарап, һеҙ унда күпмелер аҡса һалаһығыҙ. Юл өсөн иҫәпләшергә кәрәккәндә, уны махсус терминалға ҡуйыу зарур. Тиҙҙән бындай терминалдар һәр автобуста буласаҡ. «Ҡуяндарҙы» контролерҙар тотасаҡ. Улар транспорттың үҙендә лә, туҡталыштарҙа ла эшләйәсәк.

Карталар ике төрлө — айырым кешегә бәйләнгән һәм бәйләнмәгән була. Беренсе осраҡта ул һеҙҙең исемгә теркәлә, ундағы мәғлүмәт менән идара итергә, юғалған ос-раҡта, аҡсаны һаҡлап ҡалырға мөмкин.



Кешеләр өсөн нимәһе менән уңайлы?

Карта менән түләгәндә юл хаҡы арзаныраҡ буласаҡ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта «Башавтотранс» автобустарында йөрөү — 25 һум, транспорт картаһы йәки бәйләнешһеҙ эшләгән банк картаһы менән 20 һум тәшкил итә.

Юл хаҡына картаға күпме аҡса һалыу ҙа йоғонто яһаясаҡ, тип күҙаллана. Ни тиклем күберәк түләһәң, шул тиклем юл йөрөү арзаныраҡҡа төшәсәк. Ташламалар буйынса теүәл мәғлүмәттәр карталар ҡулланылышҡа инер мәлдә аныҡланасаҡ.

1 сентябрҙән «сәғәтле тариф» ғәмәлгә инәсәк. Ул бер транспорттан икенсеһенә күскәндә аҡса сарыф итмәү мөмкинлеге бирә. Был бигерәк тә ҙур ҡалала йәшәп, эшкә ике-өс автобус алмаштырып йөрөгән кешеләр өсөн уңайлы буласаҡ.

Әгәр әлеге яңылыҡтар кемгәлер кәрәкле тойолмаһа, улар элеккесә ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшә ала.

Әйткәндәй, хәҙерге ваҡытта ҡулланылышта булған транспорт карталары тураһында. Тәүге осорҙа улар менән файҙаланырға мөмкин, әммә әкренләп әйләнештән сығарыласаҡ.



Ҡайҙан һатып алырға һәм нисек аҡса һалырға?

Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Өфө-матбуғат» киоскыларында, сауҙа селтәрҙәрендә, Һаҡлыҡ һәм «Уралсиб» банктары бүлексәләрендә, шулай уҡ әлеге карталарҙы хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Хаҡы — 50 һум.

Үҙегеҙҙең иҫәпкә тиҙҙән барлыҡҡа киләсәк пункттар, Һаҡлыҡ банкы-онлайн, «Уралсиб» интернет-банкы аша аҡса һалырға була. Бынан тыш, ағымдағы йылдың 1 сентябренән транспорт картаһын смартфонға яҙҙырып, уға ситтән тороп аҡса һалыу, балансты, башҡарылған операцияларҙы, юл йөрөү хаҡын нисә тапҡыр түләүҙе тикшереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Бик мөһим һорау: ташламалар менән нимә буласаҡ?

Закон буйынса ҡаралған барлыҡ ташламалар ҙа һаҡлана!


Һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Июль тирәһендә республикала колл-үҙәк эшләй башлаясаҡ. Системаның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар менән тап шунда мөрәжәғәт итергә мөмкин. Картаның үҙендә, транспорт сараһында һәм туҡталыштарҙа «ҡыҙыу линия» телефоны һәм интернет-сайттың адресы тураһында мәғлүмәттәр буласаҡ.


Ә БЫЛ ВАҠЫТТА

Башҡортостанда яңы автобустар һатып алына һәм вокзалдарға ремонт яһала

Күптән иҫкереп, металлоломға тапшырылырға тейешле автобустарҙы яңыртмайынса тороп, пассажирҙар ташыу баҙарында тәртип урынлаштырыу мөмкин түгеллеге һәр кемгә билдәле. Тик бығаса алмаштырыу өсөн яңы техника ғына булманы.

2020 йылдың 1 апреленә тиклем «Башавтотранс» 589 яңы автобус һатып аласаҡ, уларҙың 527-һе быйыл уҡ техника паркын тулыландырасаҡ.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 1 авгусҡа тиклем республика ҡала-ара маршруттарҙа пассажир ташыу өсөн 26 яңы автобусҡа эйә буласаҡ. Торараҡ тағы 170 бәләкәйерәк автобус ҡайтарыласаҡ. Киләһе яҙҙа 45 ҙур һәм 17 уртаса ҙурлыҡтағы автобус алыу күҙаллана. Улар республика биләмәһендәге бәләкәй ауылдарҙы район үҙәге һәм ҡалалар менән тоташтырасаҡ.

Автопаркты яңыртыу республиканың барлыҡ район үҙәктәренән Өфөгәсә дәүләт ҡарамағындағы тура маршруттар булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 11 район үҙәге ошондай бәйләнешкә мохтаж.

Яңы автобустарҙа ГЛОНАСС навигация системаһы, тахографтар (водителдең эш ваҡытын һәм тиҙлеген күҙәтеү аҫтында тота), тауышлы мәғлүмәт еткереү, яҙыулы экран, ярым йомшаҡ ултырғыстар, йылылыҡ һәм салонды елләтеү системаһы, инвалидтар өсөн коляска ҡуйыу урыны буласаҡ.

Тағы ла бер яңылыҡ: автобустарҙа элеккесә һәр туҡталыштың исеме әйтелә башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта туҡталыш исемдәре рус һәм башҡорт телдәрендә яҙҙырылған, ҡорамалдар тергеҙелә, етмәгәндәре яңынан һатып алына.

Вокзалдар ҙа ситтә ҡалманы. Әгәр беҙ автобус маршруттарын тергеҙәбеҙ икән, кешеләр ҡайҙалыр үҙенең рейсын көтөргә, водителдәр ял итергә тейеш. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуы буйынса Ишембайҙа автовокзалды ремонтлап, яңынан астылар. «Башавтотранс» бүлгән аҡсаға Сибай автовокзалы яңы төҫ алды, ә Кушнаренкола транзит автобустары өсөн касса пункты астылар.
Читайте нас: