+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 17:39

Урманға һаҡсыл ҡараш булырға тейеш

Дәүләт урман һәм янғынға ҡаршы федераль күҙәтеүҙең Әбйәлил төбәк-ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре урман байлыҡтары һағында уяу тора.

Дәүләт урман һәм янғынға ҡаршы федераль күҙәтеүҙең Әбйәлил төбәк-ара бүлеге етәксеһе Т. Ә. Шөғүров белдереүенсә, бүлек хеҙмәткәрҙәре урман байлыҡтары һағында уяу тора.
Таһир Әмир улы әйтеүенсә, йыл башынан был тәңгәлдә 46 тәртип боҙоуҙар асыҡланған, улар нигеҙендә 41 протокол төҙөлгән. Һөҙөмтәлә ғәйеплеләргә 26 мең һумдан ашыу суммаға штраф һалынған. Тәртип боҙоуҙар нигеҙҙә ағас ҡырҡыу урындарын тейешенсә таҙартмау, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү, ағас ташыу тәртибен боҙоу, урман фонды участкаларын законһыҙ файҙаланыу һәм санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоу, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡайтып ҡала.
Алты айҙа законһыҙ ағас ҡырҡыуҙың 10 осрағы теркәлде. Йәғни 18,6 кубометр ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан 415 мең һум зыян күрелгән. Енәйәти эш ҡуҙғатыу өсөн 5 эш эске эштәр министрлығына ебәрелгән, уларҙың икәүһе буйынса енәйәт эшен асылған.
Рәмилә Истанбаева.
Читайте нас: