+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 12:43

Ағас ултыртыу — изге ғәмәл

Проекттың төп маҡсаты — 2024 йылға ултыртылған ағастар майҙанын ҡырҡылғандарға ҡарата 100 процентҡа еткереү.

«Урмандарҙы һаҡлау» милли проектты («Экология» милли проектына инә) тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда бөтәһе 2 миллиард 241 мең һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шул иҫәптән 904 миллион һумы федераль бюджеттан, 1 миллиард 997 мең һумы бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленәсәк. Был аҡса биш йыл дауамында биреләсәк.
Проекттың төп маҡсаты — 2024 йылға ултыртылған ағастар майҙанын ҡырҡылғандарға ҡарата 100 процентҡа еткереү. Уҙған йыл был күрһәткес 85,9 процент булды.
Әбйәлилдә лә ағас ултыртыу эше быйыл бик әүҙем барҙы. Тотош район халҡы «Ағас ултырт — тормош бүләк ит!» акцияһына дәррәү ҡушылды. Миҫалға, район Советы депутаттары Асҡар янындағы Теләкәй тауы битләүенә ике мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртты.
Район предприятие-ойошмалдары коллективтары, ғөмүмән, теләге булған һәр кем Ҡолоҡас ауылы янындағы 5 гектар майҙанда 20 мең төп ылыҫлы ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.
Район һабантуйы майҙанын йәшелләндереү өмәһенә лә халыҡ дәррәү сыҡты.
Һәр ауылда үткән ағас ултыртыу өмәләрендә мәктәп уҡыусылары, хаҡлы ялдағылар, йәмәғәт ойошмалары активистары, ирекмәндәр - һәммәһе лә ихлас ҡатнашты.
Был ағастар бер нисә тиҫтә йылдан тотош урман булып, тирә-йүнде йәмләп, күңелгә илаһи бер кинәнес биреп, шаулап үҫеренә ышаныс ҙур.

Рәмилә Истанбаева.
Читайте нас: