Республикала һәм муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереү һәм перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш бара. Тәү сиратта биләмәләрҙә инвестклиматты яҡшыртыу, муниципалитет эшен үҙгәртеп ҡороу, уларҙың эшмәкәрлеген бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү мөһим. Аҙна һайын республика һәм муниципаль кимәлдә «Инвестсәғәт»тәр уҙғарыла, үҙ эштәрен асырға теләүселәр тулы консультация ала.
инфраструктураһы үҫешә. Баш ҡалала ғына эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын
формалаштырыуға, бында коворкингтар, бизнес-инкубаторҙар һәм башҡалар ингән, 2
миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бынан тыш, милли проекттар сиктәрендә
бүленәсәк ҙур сумма уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға, яңы социаль объекттар