+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 18:35

"Беҙ күп милләтле ҙур, татыу ғаиләлә йәшәйбеҙ"

Радий Хәбиров билдәһеҙ ойошма әүҙемселәренең тәртибенә аңлатма бирҙе.

Радий Хәбиров билдәһеҙ ойошма әүҙемселәренең тәртибенә аңлатма бирҙе.


V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова Радий Хәбировтан инцидентҡа ҡарата мөнәсәбәтен һораны (билдәһеҙ ойошма әүҙемселәре ултырышҡа үтеп инергә маташты һәм, йәнәһе, "башҡорттарҙы кәмһетәләр" тип белдерҙе).


"Күреүемсә, башҡорттарҙың юлы бүтәнсәрәк. Беҙ республикабыҙҙа күп милләтле ҙур, татыу ғаиләлә йәшәйбеҙ. Шовинизм яҡлылар һәм ғәмәлдә расизмға ынтылыусылар беҙгә юлдаш түгел. Шуны айырыуса билдәләр инем, үҙ вәкәләттәремә ярашлы, мин ундай кешеләргә ҡарата аяуһыҙ буласаҡмын", - тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Читайте нас: