+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 12:06

Хеҙмәт кешеһе ҙурлана — шатлыҡ тула һәр кемдә!

Район тарихында ҙур ваҡиға — Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы – 2019» инвестиция һабантуйы уҙҙы.

Район тарихында ҙур ваҡиға — Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы – 2019» инвестиция һабантуйы уҙҙы. Тәүге тапҡыр үткән мөһим, киң масштаблы сараның тап беҙҙә ойошторолоуы, районға абруйлы ҡунаҡтар килеүе айырыуса әһәмиәтле булды. Урал аръяғына инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән эшлекле форумдың тәүге көнө Сибай ҡалаһында уҙһа, икенсе көнгә сит ил вәкилдәре, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар ҡунаҡсыл Әбйәлил ерендә, Айғырбатҡан ауылы янындағы яланға — һабан байрамына рәхим итте. Төрлө тарафтарҙан килеүселәрҙе район юғары әҙерлек менән һәр ваҡыттағыса лайыҡлы ҡаршыланы.

Һупай тауы итәгендәге йәмле аҡланға, Иҙәш йылғаһы буйына тигеҙ рәт булып теҙелгән тирмәләр боронғо башҡорт йәйләүен хәтерләтте. Иртә таңдан ҡаҙандар аҫылды, самауырҙар боһорап ҡайнаны, уңған хужабикәләр йүгереп йөрөп мул һыйлы табын ҡорҙо. Тирә-яҡҡа дәртле йыр-моң тауышы яңғыраны, байрам үтәсәк урын ғәжәйеп йәмгә сорналды.

Халҡыбыҙҙың матур йолаһы буйынса һабан байрамына килеүсе ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, район башлығы Илдар Нафиҡов, республика хөкүмәте ағзалары, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, «Урал аръяғы» инвестиция форумында ҡатнашыусы сит ил вәкилдәре, республиканың инвестиция советы етәксеһе урынбаҫары Андрей Назаров, билдәле журналист, Рәсәй телевидениеһы академияһы вице-президенты Александр Любимов һәм махсус ҡунаҡ — билдәле киноактер, режиссер Стивен Сигалды Әбйәлил ерендә ихлас тәбрикләп, йыр-бейеү бағышланылар. Байрам үтәсәк яланға ингән ерҙә район хужалыҡтарында эшләгән ҡеүәтле техника ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны ҡунаҡтар. Радий Фәрит улы район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтановтан яҙғы баҫыу эштәренең нисек үтеүе менән ҡыҙыҡһынды, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә йүнәлтеләсәк өҫтәмә ярҙам хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе тракторҙары янында торған механизаторҙар менән күрешеп, байрам кәйефе теләргә өлгөрҙө.

Абруйлы делегацияны тәүге булып Әбйәлил тирмәһе ҡуйылған туҡталҡала йыр-моң менән ҡаршыланылар. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы аҡ тирмә түренә саҡырып, урындағы халыҡтың боронғо кәсептәре, көнкүреше хаҡында һөйләнеләр. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рәмилә Лотфуллина башҡорт тирмәһен биҙәү тәртибе менән таныштырҙы. Тирмә түрендә Туйыштан Лилиә менән Ғәҙел Миңлебаевтар ғаиләһе урындыҡта самауыр тирәләп ултырған. Республика етәксеһе милли кейемдәрҙәге балаларҙан исемдәрен һораны һәм бөтәһенең дә матур башҡорт исемдәре булыуына һоҡланды. Амангилденән Ләлә Ғүмәрова балаҫ һуғып күрһәтте, был боронғо кәсеп үҙенсәлектәрен һөйләп үтте. «Урал батыр» эпосына бағышланған кейеҙҙәр экспозицияһын ҡараны ҡунаҡтар. Әбйәлил бренды булған кейеҙҙе баҫыу серҙәрен аңлаттылар. Радий Хәбиров Шәфҡәт Кәримовтың оҫта ҡулдары тыуҙырған ағас әйберҙәрҙе лә ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Республиканың 21 районы ҡорған тирмәләр ҙур этно-ауылды хәтерләтте. Һәр төбәк үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырырға, үҙенсәлекле кәсептәрен, оҫталыҡтарын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Төрлө район вәкилдәре ҡунаҡтарҙы йыр-моң, һый менән ҡаршыланы. Күпереп торған буҙа-ҡымыҙ ҡойолдо, тауҙай өйөлгән баллы сәк-сәк, ҡоймаҡ-бәлештәр ҡуйылды, һәр ҡайһыһы үҙ тирмәһенә ихлас әйҙүкләне. Гармун-ҡурай моңдары яңғыраны, хатта Радий Фәрит улы дәртле көйгә түҙмәй, бейеүгә төштө. Александр Любимов та башҡорт көйөнә тыпырлатып баҫып ҡараны.

Байрамдың тантаналы өлөшө һабантуй байрағын күтәреүҙән башланды. Был юғары хоҡуҡ «Башаҡ» ЯСЙ-һының алдынғы механизаторы Алмас Таһиров, «Красная Башкирия» хужалығы һауынсыһы Гүзәлиә Ғибәҙәтова, Рәсәй чемпионы, билбау көрәше буйынса спорт мастерына кандидат Фаягөл Шәрипова, гир күтәреү буйынса чемпион Заһит Моталовҡа тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров барыһын да һабан байрамы менән тәбрикләне.

— Ҡәҙерле дуҫтар! Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылып, яҡты, ҙур байрамды бер булып билдәләүегеҙгә бик шатмын. Ауыл хужалығында арымай-талмай эшләп, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт кешеләренә дан. Һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, тырышлығығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт, — тине Радий Фәрит улы. — Бөтәгеҙгә лә именлек, изгелек, ғаиләләрегеҙҙә бәхет теләйем.

Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы алдынғыларын һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен республика наградалары менән бүләкләне.

Һабантуй халҡыбыҙҙың иң күркәм, сағыу байрамдарының береһе. Уның төп тәғәйенләнеше яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы атҡарған хеҙмәт кешеләренә ихтирам күрһәтеү, көнө йылды туйындырыр мәлде теүәлләгәс, мул уңыш теләп Ер-Әсәнән фатиха алыу. Милли байрамда ер ҡәҙерен белгән, хеҙмәт һөйгән, илде икмәккә туйындырған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре — игенселәр, малсылар, һауынсылар, механизаторҙар хөрмәтләнде. Уларға БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтурин менән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов грамоталар тапшырҙы. Яҙғы мөһим кампанияла айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәткәндәр «Сәсеү батыры» исемен алды.

Тәүге Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы штандартын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминевҡа тапшырҙы. Киләһе йылда был эшлекле форум сиктәрендәге һабантуй күрше районда уҙғарыласаҡ. Илдар Таһир улы баймаҡтарға яуаплы бурысты уңышлы атҡарырға теләне.

Рәсми өлөштән һуң һабантуйға йыйылыусы халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға ылаҡ уйыны күрһәтелде. Таһыллыҡ, сослоҡ талап иткән был спорт төрөндә ир-егеттәрҙең генә түгел, ярышта ҡатнашыусы аттарҙың да шәп, етеҙ булыуы мотлаҡ. Сәмле бәйгене билдәле комментатор Азамат Моратовтың алып барыуы уйынға бәҫ өҫтәне.

Театрлаштырылған һоҡланғыс тамаша Башҡортостандың 100 йыллығына, Театр йылына һәм республикала уҙасаҡ фольклориадаға арналды. Ул районда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең дуҫ, татыу йәшәүен сағылдырҙы. Ир-егеттәрҙең рухлы, ҡыйыу булыуын, үҙ ерҙәренең батырҙары икәнлеген, ҡатын-ҡыҙҙың донъя тотҡаһы, ә балаларҙың тормош биҙәге булыуын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн барлаған тамаша «Алға, Башҡортостан!» тигән саҡырыу менән тамамланды.

Төрлө райондарҙан килгән әртистәр сығышын беҙҙең мәҙәни-ял үҙәгенең «Серле моң» ансамбле асты. Иң-иң шәп номерҙарҙан торған байрам концертын тамашасылар оҙон көн буйы сәхнә янынан китмәй, кинәнеп ҡараны. Киң яланда башҡорт, рус, татар моңдары яңғыраны.

Һабантуйҙың киске программаһы ла бик бай йөкмәткеле булды. Республиканың билдәле сәхнә йондоҙҙары концертын ҡарарға халыҡ һыу булып ағылды. «Мираҫ» фольклор ансамбле, атаҡлы музыкант Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Зилиә Бәхтиева, Зәлиә Нурлы, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, Заһир Зәйнетдинов сығыш яһаны. Милли рухлы заманса көйҙәр менән һуғарылған концертта олоһо ла, йәше лә рәхәтләнеп күңел асты, үҙебеҙҙең көйҙәргә бейене. Байрам концертын Шәһитулла Хамматов менән Фидан Килмөхәмәтов бик күңелле алып барҙы. Асыҡ һауалағы дискотека сағыу салют менән тамамланды.

Д. САФИУЛЛИНА.


* * *

Урындағы халыҡ быйылғы һабантуйға ентекле әҙерлек барыуы, сараның «инвестиция һабантуйы» тигән исем аҫтында ҙур кимәлдә үтәсәге, мәртәбәле ҡунаҡтар, сит илдәр вәкилдәре ҡатнашасағы хаҡында алдан уҡ хәбәрҙар ине. Һабантуйҙың сағыу мәҙәни, спорт тамашаларын ҡарап кинәнгән әбйәлилдәрҙе байрамдың эшлекле майҙансығында ниндәй һөйләшеүҙәр алып барылыуы менән дә таныштырып китмәксебеҙ.

Бер көн алда Сибай ҡалаһында асылған «Урал аръяғы – 2019» инвестиция форумының дауамы булып Әбйәлил ерендә «Йәштәр эшҡыуарлығы» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Сараны ойоштороусы булып «Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны. 60 урынға иҫәпләнгән дискуссия майҙансығына йыйылыусылар һаны көтөлгәндән байтаҡҡа күберәк булды. Улар араһында яңы мәктәп тамамлаған сығарылыш уҡыусыларынан башлап, бөгөн бизнес даирәһендә ныҡлы аяҡ баҫып торған булдыҡлы эшҡыуарҙар, фермерҙар ҙа бар ине. Форум эшенә ҡушылыусылар араһында ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа булды: Сибай, Салауат ҡалаларынан, Шишмә, Благовар райондарынан йәш эшҡыуарҙар, Башҡортостан Республикаһы буйынса эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың 31 райондан килгән йәмәғәт ярҙамсыларынан торған делегация, журналистар, хатта сит ил вәкилдәре ҡатнашты.

Секция эшендә модератор булып «Госконсалт» компаниялар төркөмө президенты, БР Башлығы ҡарамағындағы инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса проект офисы ағзаһы Иван Абрамов, спикерҙар булып эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү һәм инновацион сәйәсәт буйынса депортамент директоры Евгений Буянов, Рәсәй һалым түләүселәр союзы рәйесе урынбаҫары, юридик фәндәр кандидаты Дмитрий Замышляев, РФ Йәмәғәт палатаһының йәмәғәт контроле һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек комиссияһы рәйесе урынбаҫары Артем Кирьянов, «Макс» ЯСЙ-һының генераль директоры, «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйестәше, ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса комитет рәйесе Ләйсән Николаева, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Р. Т. Хәбибов сығыш яһаны. Ҡыҙыҡлы һөйләшеүгә төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров та ҡушылып, үҙенең төплө фекерҙәрен әйтте.

Йәштәрҙе иҡтисадҡа йәлеп итеү, уларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарын үҫтереү һәм перспективалы проекттарҙы ысынбарлыҡҡа ашырыу өсөн муниципалитеттарҙың инвестицион ылыҡтырыусанлығын арттырыу темалары һөйләшеүҙең нигеҙен тәшкил итте.

Төбәк Башлығы был йүнәлештә республика тарафынан күрелгән саралар тураһында һөйләне. Тәү сиратта биләмәләрҙә инвестклиматты яҡшыртыу, муниципалитет эшен үҙгәртеп-ҡороу, уларҙың эшмәкәрлеген бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлттереү йәһәтенән эштәр башланған. Быға аҙна һайын республика һәм муниципаль кимәлдә уҙғарылған «инвестсәғәттәр» булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы. Икенсенән, бизнесҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса күп һанлы институттар эшҡыуарлыҡҡа яңы тотоноусыларға ла, күптән үҙ эшен булдырған йүнселдәргә лә аңлайышлы һәм ҡулай бер схемаға көйләнгән. Баш ҡалала ғына эшҡыуарлыҡ инфраструктураһын формалаштырыуға, бында коворкингтар, бизнес-инкубаторҙар һәм башҡалар ингән, 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бынан тыш, милли проекттар сиктәрендә бүленәсәк ҙур сумма уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға, яңы социаль объекттар төҙөүгә, биләмәләрҙе үҫтереүгә, шул иҫәптән йәштәр өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтеләсәк, тине Р. Ф. Хәбиров. Һөйләшеүҙең «Башҡортостанда бизнес ҡорорға ярамай китергә» фразаһында өтөр билдәһен ҡайһы һүҙҙән һуң ҡуйырға тигән төп һорауына яуап итеп Радий Хәбиров: «Әлбиттә, Башҡортостанда ҡалырға һәм үҙ эшең менән шөғөлләнергә. Беҙ бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Беҙҙең команда республиканың киләсәген бизнес яҡшы итеп эшкә ебәрелгәндә генә тәьмин итә ала», — тине.

Йәштән үҙ эшен асырға батырсылыҡ иткән ҡыҙ һәм егеттәргә файҙалы кәңәштәр бирелде, уларҙың фекерҙәре тыңланды.

Сара файҙалы, фәһемле булды. Йәштәр эшҡыуарҙарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы, төрлө программалар тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Был уларға киләсәктә бизнес юлынан абынмай алға атларға булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ.

Г. КҮСӘРБАЕВА.


* * *

Һабантуй тигән һүҙҙе ишетеү менән иң элек тирмәләр күҙ алдына баҫа. Тирә-йүнгә йәм өҫтәп теҙелешеп киткән тирмәләрҙә ҡуйылған күргәҙмәләр беҙҙе үткәндәргә алып ҡайта, халҡыбыҙҙың борондан килгән тарихын сағылдыра, милли үҙенсәлегебеҙҙе күрһәтә, бөгөнгө йәшәйешебеҙ менән дә таныштыра.

Быйылғы һабантуй республика кимәлен алғас, райондың ауыл биләмәләре һәр ҡайһыһы тирмә ҡороп торманы. Бәғзеләре икешәре бер булып туҡталыштар әҙерләне, икенселәре үҙҙәре генә лә бына тигән итеп туҡталҡаларын биҙәне.

Иҙәш йылғаһы буйын ҡунаҡ тирмәләре биләне, тотош район исеменән ҡуйылған Байым ауыл биләмәһе туҡталҡаһы ла шулар рәтендә урын алды. Конкурста ҡатнашҡан тирмәләребеҙ бер яҡ ситтә торһалар ҙа, туҡталҡалар әллә ҡайҙан күренеп ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып торҙо, уларҙан көноҙоно кеше өҙөлмәне. Шулай булмай ни: уларҙа музейҙарҙа ғына осраған халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш әйберҙәрен, милли кейемдәрен, биҙәүестәрен күрергә була, башҡорт ризыҡтарын ауыҙ итеү мөмкинлеге лә бирелә бит һәр кемгә.

Йыл да үткәрелеп килгән туҡталҡаларҙың район конкурсында Әбйәлилдең ауыл биләмәләре ҡуйған һигеҙ тирмә ҡатнашты. Йылдан-йыл ауыл биләмәләренең туҡталыштарҙы биҙәүгә күберәк тырышлыҡ һалыуы, был эшкә етдиерәк ҡарауы һиҙелә. Шуға ла һәр туҡталҡа зауыҡлығы менән генә түгел, ә иҫ киткес бай йөкмәткеһе менән дә айырыла.

Вадим Ғафаров рәйеслегендәге баһалама ағзалары конкурсҡа ҡуйылған һәр туҡталҡаны иғтибар менән ҡарап сыҡты. Барыһының да бәйгенең положениеһына ярашлы тыштан да, эстән дә тематикаға тап килтерелеп биҙәлеүе билдәләнде, йәғни һәр урында республиканың 100 йыллығына, Театр йылына арналған баннерҙар эленгән. Шулай уҡ сәсеү эштәрен тамамлау байрамы булғанлыҡтан, был тема ла яҡтыртылмай ҡалмаған, һәр урында ҡырсылыҡ, малсылыҡ алдынғыларының, ауыл уңған-дарының, дан ҡаҙанған ветерандарҙың фотоһүрәттәре урын алған. Әлбиттә, ҡайһы ырыу икәнлеген күрһәтеп торған алтаҡталарға, аралар шәжәрәһенә лә ныҡлы иғтибар бирелгән.

Ихата эстәрендә лә һәр ерҙә, талап ителгәнсә, ҡоҙоҡ, мейес, лапаҫ, ылаш, хужалыҡ алып барыу өсөн, ауыл тормошон һынландырған әйберҙәр ҡуйылды: боронғо самауыр, көбө, батман, ҡоштабаҡ, ир-аттың кәсепселек ҡорамалдары кеүек әйберҙәрҙең күплеге хайран итте.

Тирмәләрҙә уңғанбикәләрҙең ҡул эштәренән күҙ ҡамашырлыҡ ине: сигелгән, тегелгән, йөндән әүәләнгән, ағастан һырлап эшләнгән әйберҙәр, биҙәүестәр һәр ҡайһыһы үҙенсә матур, йәмле ине. Тирмә хужалары шулай уҡ аш-һыуҙы төрлөләндереп әҙерләүгә лә бар оҫталыҡтарын һалғандар, күгәрсен һөтөнән башҡаһы барыһы ла булды унда.

Ташбулат ауыл биләмәһе үҙ туҡталҡаһын үҙенсәлекле биҙәүе менән йыл да айырылып тора. Быйыл да улар һынатманы. Ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән ҡаршы алғанда, ташбулаттарға билдәле ҡумыҙсы Мәғәфүр Зәйнетдиновтың ярҙам итеүе лә уларҙың мәртәбәһен арттырҙы.

Быйыл Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаған улар: батырыбыҙ музейынан килтерелгән экспонаттарҙан бай күргәҙмә ҡуйғандар, обелисктың макеты ла һынландырылған. Легендар яҡташыбыҙ хаҡында мәғлүмәт биргән музей етәксеһе Фәнилә Билалованың хәрби кейемдә булыуы бик отошло ине.

Күптән түгел Сибайҙа үткән «Сәсмәүерем-селтәрем – 2019» төбәк-ара бәйгелә гран-при яулаған «Хазина» фольклор төркөмө ағзалары теләге булғандарға милли биҙәүестәр эшләү серҙәрен асып һалды. Ә тирмә эсе нигеҙҙә, төркөм етәксеһе Хәфизә Баязитованың өй музейынан килтерелгән әйберҙәр менән тулы ине. Унда бер быуатлыҡ тарихҡа эйә һандыҡ, сергетыш, шулай уҡ хужабикәнең өлкән өләсәйҙәренән ҡалған күлдәк-биҙәүестәрҙе күрергә мөмкин ине. Бынан тыш, ҡорама, тегелгән, бәйләнгән әйберҙәрҙән һәм биҙәүестәрҙән күҙҙҙәр ҡамашты. Иптәше Рәхим Баязитов боронғо башҡорт йырҙарын әһаңле башҡарып, таң ҡалдырҙы ҡунаҡтарҙы.

Буранғолдарҙың ихатаһына үтеү менән үҙеңде бер нисә быуат элекке заманға барып эләккәндәй тояһың. Сепараттан айырылып төшкән ҡаймаҡҡа ҡушып сыуалда бешкән эҫе генә йыуасаны тәмләп, әле генә ыҫланған ҡороттан ауыҙ итеп, боһорап ҡайнап ултырған самауырҙан шифалы үләндәр сәйе эсеп, тәненә сихәт алғандыр һәр кем. Бындағы боронғо көнкүреш әйберҙәре уларҙы ҡулланып ҡарау мөмкин булыуы менән айырылып торҙо.

Тағы шуныһы үҙенсәлекле: буранғолдар Башҡортостандың 100 йыллығына 100 төрлө аш-һыуҙан күргәҙмә ҡуйғайны. Өҫтәлдәрендәге ризыҡтарҙың төрө хатта 100-ҙән ашып киткән. Был йәһәттән башҡалар ҙа ҡалышманы, һәр урында 50-80 төрлө ризыҡ ҡуйылғайны.

Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе туҡталҡаһында ауыл биләмәһе башлығы И. Батыршин үҙе экскурсовод ролендә булып, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе ҡунаҡтарға. Быйыл биләмәлә урынлашҡан Әлмөхәмәт элеваторы асылыуға 65 йыл. Ошо айҡанлы предприятиеның элек-кеһен сағылдырған фотоһүрәттәрҙән ҡуйылған стенд ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «РЕСА» компаниялар төркөмө» исеме аҫтында бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләгән предприятие сығарған продукция төрҙәрен дә күрергә мөмкин ине. Тәүге сиҙәмселәр тураһындағы стенд та иғтибарҙы йәлеп итте. Тирмә эсе лә бар талаптарҙы күҙәтеп биҙәлгәйне.

Красная Башкирия ауыл биләмәһе туҡталҡаһы хәмиттәр ярҙамы менән берлектә биҙәлгән. Дөйөм көс менән бына тигән әҙерлек күрһәттеләр. Бында урындағы хужалыҡ — «Красная Башкирия» АХК-һы иккән иген өлгөләре менән көлтәләр һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Бешерелгән бәлештәрендәге «Башҡортостанға – 100 йыл», «Красная Башкирия»ға – 90 йыл» яҙыуҙар ҙа тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра.

Тирмәләр ҡуйыуҙа таштимерҙәр менән дәүләттәр, йәнгелдәр менән гусевтар, хәлилдәр менән рауилдар берләшкән. Уларҙың туҡталҡаларында буҙа ҡойоу, ҡымыҙ бешеү, талҡан эшләү серҙәренә төшөнөргә, дарыу үләндәрен киптереү нескәлектәрен аңларға мөмкинлек булды. Оҫтабикәләренең сигелгән ҡул эштәре, ҡорамалары, балаҫтары, сәйләндәрҙән биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ ине, әҙерләгән аш-һыуҙарынан өҫтәлдәре һығылып торҙо. Хәлил туҡталҡаһында алтын ҡуллы Рәшит Ҡусҡаровтың ағастан һырлап эшләгән һындары һәр кемдең иғтибарын үҙенә тартты, бындағы күп һанлы шәжәрә ағастарын ҡыҙыҡһынып өйрәнеүселәр ҙә аҙ булманы.

Район предприятиеларынан «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы ғына үҙ тирмәһен ҡуйып, конкурс талаптарын тулыһынса үтәп биҙәгәйне һәм ул «заманса биҙәкле тирмә» тип табылды.

Үткәнебеҙҙе сағылдырған, күргәҙмәһе бай йөкмәткеле тирмәләр ҡора алғандар барыһы ла, һис шикһеҙ, оло маҡтауға лайыҡ. Әммә бәйге положениеһы буйынса еңеүселәр булырға тейеш.

Шулай итеп, еңеүселәр ошо рәүешле билдәләнде: Ташбулат ауыл биләмәһе беренселекте алды, икенсегә буранғолдар сыҡты, әлмөхәмәттәргә өсөнсө урын бирелде.

Красная Башкирия ауыл биләмәһенә «Игенсегә дан һәм хөрмәт», йәнгелдәргә «Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек», таштимерҙәргә «Боронғо йолаларға тоғролоҡ», хәлилдәргә «Милли рухлы тирмә» номинациялары бирелде.

Республиканың Саҡмағош, Дәүләкән, Әлшәй, Дыуан, Мәләүез, Ҡариҙел, Күгәрсен, Хәйбулла, Учалы, Белорет, Йылайыр Баймаҡ, Ҡыйғы, Дыуан, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы райондары һәм Октябрьский, Туймазы, Бәләбәй, Нефтекама ҡалалары ҡуйған туҡталҡаларҙа уларҙа етештерелгән продукция өлгөләре менән танышырға, уларҙың данлы тарихына күҙ һалырға, матур бөгөнгөһөнә һоҡланырға мөмкин булды. Шуға ла ҡунаҡтар тирмәләрендә лә, беҙҙең туҡталҡалар янында халыҡ гөж килде.


* * *


Кемдең аты етеҙерәк?

Һабантуйҙың иң күркәм тамашаһы — бәйге барышын билдәле спорт комментаторы Азамат Моратовтың ҡыҙыҡлы аңлатмалар менән алып барыуы көйәрмәндәр һанын арттырҙы ғына.

Быйыл ат сабышы 9 заезда ойошторолдо. Бәйгене пониҙарҙың 600 метрлыҡ дистанцияға уҙышыуы башланы. «Юрға» ат спорты мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һынатманы: былтырғы еңеүсе Мустанг (һыбайлыһы Марат Шәрәфетдинов) быйыл да финишты беренсе булып үтте, өсөнсө урында Апельсинка ҡушаматлы бәләкәстә Артем Ялыбаев алды. Икенсе булып Силәбе өлкәһенән Емеля (О. Кузнецова) килде.

Артабан 2 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло арғымаҡтар бәйгеһенә сыҡҡан 10 ат 1500 метрлыҡ дистанцияла ярышты. Беренсе-икенсе урындарҙы Баймаҡ районы вәкилдәре алды. Беҙҙең «Малахит» һыбайлыһы Винарис Вәлиев өсөнсө урынды алды.

Өс йәштән ҙурыраҡ башҡорт тоҡомло аттарҙың 2400 метр арауыҡҡа ярышында ла баймаҡтар беренсе булып килде. Унан ҡала финиш һыҙығын Әбйәлилдән Тарпан ҡушаматлы атта Назар Таһиров менән Ярғанатта Альберт Ласынов үтте.

Юртаҡтар ярышында ла Баймаҡтан Медовый аты менән Рәмзил Таймасов ал бирмәне. Икенселә Силәбе өлкәһенән Зураб ҡушаматлы ат килһә, өсөнсөлөктә — Дыуандан Апельсинка.

Өс йәштән өлкән яҡшыртылған тоҡомло аттар 3600 метр арауыҡта ярышты. Беренсе булып учалылар килде, баймаҡтар — икенсе, өсөнсөлә — әбйәлилдәр (Сармат — һыбайлыһы Ишморат Байсанов).

Алтынсы заезда әбйәлилдәрҙең эш аттары 4800 метрға йүгерҙе. Көсөргәнешле ярышта тәүге булып Ураганда Наталья Абдуллина килеп етте. Марсель Асҡаров (Орлик) менән Илнар Таһиров (Буян) икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Өс йәштән ҙурыраҡ менге аттары сабышында (2400 метрға) еңеү бәхете силәбеләргә тейҙе. «Урал аръяғы» МТС-ының Аккорды (һыбайлыһы Сергей Аксенов) икенсе килде, өсөнсөлә — ейәнсуралар.

Бәйгелә дүрт йәшлек һәм унан өлкәнерәк аттар 10000 метрлыҡ дистанцияға баҫты. Старттан уҡ алға сыҡҡан баймаҡтарҙың Манчестр һәм Арабская Красота ҡушаматлы аттары, учалыларҙың Венчестры ярыш аҙағынаса тигеҙ сапты һәм призлы урындарҙы бүлеште.

Иң һуңғы булып ҡатнаш ҡанлы тоҡомло аттарҙың 1500 метрға ярышында беренсе булып Шатлыҡ ҡушаматлы (Учалы) ат иң етеҙе булып сыҡты, әбйәлилдәр — Султанда Ильяс Таһиров менән Ласточкала Фәнис Мәсәлимов икенсе-өсөнсө урындарҙы алды.

Ат сабыштарында еңеүселәргә кубоктар, аҡсалата премиялар тапшырылды.

Ылаҡ уйынында баймаҡтар ал бирмәне, беҙҙең район вәкилдәре икенсе урынды алды, өсөнсөлә — бөрйәндәр.

Р. ИСТАНБАЕВА.


* * *

Төп призды Өфө көрәшсеһе яуланы

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил һабантуйында еңеүсе көрәшсегә төп призға автомобиль — Лада Веста вәғәҙәләүен ишетеп, байрам майҙанына 100-ҙән ашыу батыр килеп етте. Ҡайҙан ғына йыйылманы спортсылар — Ишембай, Федоровка, Саҡмағош, Туймазы, Мәләүез, Учалы, Салауат һәм башҡа райондарҙың таһыллы көрәшселәре, хатта Төмән өлкәһенән ҡыҙыу ҡанлы егеттәр бар ине улар араһында. Алдан киңәйтеп эшләнгән көрәш майҙансығында ярыш ике келәмдә ойошторолдо. Сығыштарҙы Башҡортостандың Милли көрәш федерацияһының ғәҙел судьялары баһаланы. Беҙҙең район намыҫын был мәртәбәле турнирҙа билдәле батырҙарыбыҙ — Айытбай Хафизов, Ғәзиз Бикҡолов, Шәфҡәт Кәримов, Ғаяз һәм Өлфәт Шөғүровтар, Рәфис Игашурин, Булат Абдрахманов, Денис Шаһивәлиев, Салауат Яныбаев, Венер Шәриповтар яҡланы. Машина һынлы машинаны алыуы ай-һай еңел бирелмәне! Олимпия системаһы буйынса үткәрелгән ярышта бер осрашыуҙа еңелгән спортсы һынауҙан төшөп ҡала барҙы, судьяларға ла эш артҡандан-артты ғына. Бына тәүге ике әйләнеш үтеп, финалға дәғүә итеүселәр асыҡланды, улар араһында Әбйәлил егеттәре лә булыуы тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Ошо мәлдә көрәш келәмендә һабантуйҙың мәртәбәле ҡунаҡтары, район етәксеһе Илдар Нафиҡов оҙатыуында БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, киноактер, режиссер, көнсығыш һуғыш сәнғәте — айкидо оҫтаһы Стивен Сигал килеп инеүе халыҡ геүләүен бермә-бер арттырып ебәрҙе. Ҡунаҡтарға район ДЮСШ-һы филиалдарында шөғөлләнеүсе спортсылар көрәш алымдарын, техникаһын күрһәтте. Уларҙан тыш, кикбоксинг буйынса 36 тапҡыр донъя чемпионы исемен йөрөткән спорт мастеры Вил Ғабдуллиндың күрһәтмә сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

Голливуд актеры Стивен Сигал белдереүенсә, башҡорт милли көрәше ул быға тиклем күрмәгән алыш төрө икән. Ҡунаҡҡа халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрөн аңлатыу маҡсатында Радий Фәрит улы, уны келәмгә саҡырып, билбау тотторҙо һәм батырҙарса ҡыҫымға алып та күрһәтте. Был иҫтәлекле фото бөгөн бөтә социаль селтәрҙәрҙе урап сыҡты.

Һабантуй ҡунаҡтары артабан юлланғас, көрәшселәр алышы дауам итте. Улар көн эҫе булыуына, келәм яндырып алып барыуына ҡарамаҫтан байрам ахырынаса көрәште. Һәр ауырлыҡ төркөмөндә еңеүселәр асыҡланды. Әбйәлил данын яҡлап келәмгә сыҡҡан батырҙарҙы айырыуса билдәләп үтке килә: Рәсәй чемпионы Өлфәт Шөғүров 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмөндә финалға сығып, беренсе урын яулауға өлгәште. Афарин! 90 килограмға тиклемге категорияла сығыш яһаусы Денис Шаһивәлиев Туймазынан килгән донъя чемпионына ғына еңелеп, икенсе урын алды. Тағы бер Ишбулды батыры — еңел ауырлыҡта көрәшеүсе Ғаяз Шөғүров та һынатманы — ул өсөнсө урында билдәләнде. Ә инде Лада Веста автомобиле хужаһы бөтә ауырлыҡтарҙа еңеүселәр араһында лотерея юлы менән асыҡланды һәм был бәхет Өфө егете Илфат Ибәтуллинға тәтене.

Гер күтәреүсе егеттәр ике ауырлыҡ төркөмөндә ярышты. Уларҙы ла велосипед, велотренажер кеүек хәтәр приздар көтә ине. Бында Ҡаҙмаш батырҙары һынатманы. Ике категорияла ла беренсе урынды ҡаҙмаштар — Зенит Ҡотлоәхмәтов менән Заһит Моталов яуланы. Рәмис Ғәйфуллин (Рысҡужа) менән Ислам Яҡупов (Таштуй) — икенсе, Зелимхан Халиев һәм Динар Ғәлиәхмәтов (Асҡар) өсөнсө урынды алып ҡыуанды.

Ҡул көрәше — армрестлингта үҙен һынап ҡарарға теләүсе ир-егеттәр бихисап ине, улар биш ауырлыҡ төркөмөнә бүленде. Үҙ категорияларында еңеүсе исеменә Айнур Сафиуллин, Фәнүр Мөхәмәҙиев, Ғәлим Сакаев, Рифат Мөхәмәтғәлин һәм Михаил Ғөбәйҙуллин лайыҡ булды.

Шашка буйынса судья Урал Харисов әйтеүенсә, сатраш уйынын яратыусылар 50-гә яҡын ине. Баймаҡ, Учалы, Белорет райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан шашкасылар булды. Әммә уларҙың барыһының да танауына Әбйәлил егете сиртте: Асҡарҙан Наил Сәйәхов лайыҡлы рәүештә чемпион исемен алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тал Ҡусҡары ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Ырымбурҙа уҡытып йөрөүсе Эльвина Мортазинаға тиңләшеүселәр табылманы.

Мини-футболда ете команда сығыш яһаны. Әбйәлилдәр дүрт команда сығарһа, Бөрйән, Күгәрсен райондары, Өфө ҡалаһы футболсылары ла уңыш һынап ҡараны. Уларҙы барыһын да артта ҡалдырып, пьедесталдың өс баҫҡысын да райондаштар яуланы. Беренсе урында — Әбйәлил йыйылма командаһы, икенселә — Северный, өсөнсөлә Таштимер ауылы футболсылары.

Волейбол майҙансығы уттай ҡайнаны, сөнки быйыл республика чемпионы исемен яулап ҡайтҡан Әбйәлил егеттәренән реванш алырға теләүсе командалар күп ине. Ярышҡа Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Өфө спортсылары килде. Шулай уҡ ДРСУ менән Ишбулды волейболсылары айырым командалар ҡуйҙы. Район йыйылма командаһы үҙ төркөмөнән яҡшы иҫәп менән сығып, финалда Өфөнән килгән береһенән-береһе оҙон буйлы егеттәр менән осрашты. Аҙаҡҡаса көсөргәнешле барған уйында Әбйәлил волейболсылары һынатманы, баш ҡала ҡунаҡтарын 2:1 иҫәбе менән еңеп, чемпион исемен раҫланы!

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Әбйәлил намыҫын яҡлаусы волейболсылар еңеү яуланы.

Был мәлдә һабантуй өсөн хас башҡа уйындар ҙа гөрләне. Ҡолғаға менеүселәр араһында иң шәп тиҙлекте Баймаҡ районы егете Рушан Исхаҡов күрһәтте: ул 30 секундта ҡолғаның осона барып етеп, төп бүләкте эләктерҙе. Икенсе урынды Мәхмүт ауылынан Замир Насирйәнов (30 секунд), өсөнсөнө шулай уҡ райондашыбыҙ Тайфур Миңдейәров (49 секунд) алды.

Тоҡ менән һуғышыуҙа тәжрибә үҙенекен итте — Гусев ауылынан 67 йәшлек Батыр Әхмәтйәнов еңеүсе тип табылды.

Бөтә спорт ярыштарын һүҙ тейгеһеҙ, юғары кимәлдә үткәреү өсөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу комплексы тренерҙары, район мәктәптәренең физкультура уҡытыусылары күп көс һалды. Тап уларҙың тырышлығы, ғәҙеллеге менән спорт уйындары тигеҙ, татыу мөхиттә үтеп, һабантуйҙың бай программаһына лайыҡлы өлөш индерҙе.

Р. ХӘСӘНОВА.
* * *

Ҡырмыҫҡа иләүендәй мәж килеп торған һабантуй майҙанында һәр кем үҙ зауығына, ҡыҙыҡһыныуҙарына тап килгәндәй мауыҡтырғыс сараһын тапты. Балаларҙың да күңелһеҙләнергә һис ваҡыты булманы. Байрамдың балалар һабантуйы майҙансығы гөрләп торҙо. Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры күңелле тамаша ҡорҙо. Бәләкәстәр әртистәр менән бергә заманса флешмобҡа баҫты, милли уйындарҙа ҡатнашты, көс һәм зирәклектә ярышты, бүләктәр алып ҡыуанды.

Артистарҙың тамашаһынан тыш төрлө уйындар һәм аттракциондар олоһон да, кесеһен дә үҙенә йәлеп итте. Иң бәләкәстәр күҙ бәйләп бүләк ҡырҡты. Малайҙар ағас аттарға атланып сапты, ҡыҙҙар һыу көйәнтәләп йүгерҙе. Көс-ҡеүәтен күрһәтергә теләүселәр боронғо милли уйындарҙан 4 мөйөшкә арҡан тартыу уйынында ҡатнашты. Көршәк ватыу, ағас аяҡтарҙа, саңғыла йүгереү, ике кешегә бер ыштан балағы кейеп ярышыу кеүек мауыҡтырғыс уйындарға хатта өлкәндәр ҙә ҡушылмай сыҙаманы.


Читайте нас: