+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 13:22

Хуш киләһең, Ҡоролтай!

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башлай.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башлай. Ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 512 делегат, шул иҫәптән АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль һәм тағы 21 илдең вәкилдәре ҡатнаша.
Көн тәртибенә мөһим мәсьәләләр сығарылған: Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау, халыҡ тормошоноң төп өлкәләре буйынса ағымдағы хәлгә баһа биреү һәм аныҡ проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырыу юлдары һ.б.
Пленар ултырыштан һуң түбәндәге темалар буйынса һигеҙ секция эш башлай: мәғариф һәм кадрҙар; башҡорт теле; тарих һәм берҙәйлек, демография һәм сәләмәтлек; медиа һәм киң мәғлүмәт саралары; мәҙәниәт һәм сәнғәт; бизнес һәм кооперация; төбәктәрҙәге башҡорттар.
Ҡоротлай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтар сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылған.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен 29 июндә Ишембай районында, Торатау итәгендә тамамлай. Унда делегаттар «Торатау йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашасаҡ. Сара барышында яңы Башҡарма комитет ултырышы һәм Стратегияны бойомға ашырыу буйынса киңәйтелгән эшсе төркөм йыйыу ҡаралған.
Ҡоролтайҙың эшен Интернет селтәрҙәре аша онлайн-режимда күҙәтеп барырға мөмкин. Теләгән һәр кем фекер алышыуҙарҙар барышында реаль ваҡыт режимында тәҡдимдәр индерә ала. Тәҡдимдәр индереү механизмы V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында күрһәтелгән. Сайттың адресы - http://kurultay-ufa.ru .


Читайте нас: