+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 11:42

Инвестиция һабантуйы Башҡортостан халҡына нимә бирәсәк

Сибайҙа республика күләмендәге ҙур иҡтисади форум — «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы үҙ эшен тамамланы.

Унда донъяның 11 иленән бер меңдән ашыу делегат ҡатнашты, был көтөлгәндән өс тапҡыр күберәк. Голливуд актеры һәм режиссеры Стивен Сигал байрамдың абруйлы ҡунағы булды.

Иҡтисади форумдар — байрам, осрашыу өсөн сәбәп йәки исем өсөн үткәрелгән кәңәшмә түгел, ә эшлекле даирәләр өсөн ысынлап эшләүсе майҙансыҡтар. Тап шундай саралар ваҡытында кешеләрҙең тормошон үҙгәртеүгә һәләтле килешеүҙәр төҙөлә, һөйләшеүҙәр ойошторола. Етештереү тармаҡтары булдырыуҙың, иҫкеләрен үҙгәртеп ҡороуҙың файҙалы яҡтарын һәр кем аңлайҙыр. Кешеләр өсөн был тәү сиратта — яңы эш урындары һәм лайыҡлы эш хаҡы. Ә эшләп йөрөгәндәр өсөн — булған шарттарҙы яҡшыртыу. Ә дәүләт өсөн — бюджетҡа яңы һалым сығанаҡтары, улар үҙ сиратында табиптарға һәм уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыуға, күберәк юлдар һәм балалар баҡсалары төҙөүгә булышлыҡ итә.

— Беҙҙең идара итеү командаһы ҡуйған төп бурыс — ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш. Беҙгә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә кәрәк. Бының өсөн иҡтисадтың яңыса һулыш алып эшләп китеүе, беҙгә инвестициялар килеүе, заманса талаптарға яуап биргән, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә эйә, эште яңыса ойошторған предприятиелар асылыуы шарт. Ә был үҙ сиратында бизнесты үҫтереү өсөн тейешле мөхит булдырғанда ғына мөмкин, — тине форумды асыу мәлендә төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Инвестиция һабантуйы мәлендә дөйөм суммаһы 70 миллиард һумға тиң мөһим һәм көнүҙәк килешеүҙәр төҙөлдө.

- Республикабыҙ Стратегик башлан-ғыстар агентлығы менән берлектә «Йәш һөнәрмәндәр (Ворлдскиллс Россия)» программаһы буйынса кадрҙар әҙерләйәсәк.

- «УГМК-Холдинг» ЯСЙ-һы Хәйбулла районында баҡыр-цинк рудаһы табыу буйынса яңы рудник төҙөргә планлаштыра. Инвестиция күләме 50 миллиард һум буласаҡ, 400 самаһы яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк тип күҙаллана. Предприятие 2026 йылда эш башлаясаҡ.

- «Газпромбанк» һәм «Алексеевский» совхозы 2024 йылға тиклем дөйөм майҙаны 45,5 гектарға торошло теплицалар төҙөү хаҡында килеште. Был йәшелсә етештереүҙе йылына 14,3 мең тоннанан 39 мең тоннаға арттырыуға булышлыҡ итеп, 400-гә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ. Инвестицияның яҡынса күҙалланған күләме – 10,5 миллиард һум.

- «Өфө йорт төҙөү комбинаты» ЯСЙ-һы баш ҡалала йылына 160 мең кв.м. торлаҡ сафҡа индереү ҡеүәтенә эйә йорт төҙөү комбинаты булдырасаҡ. Инвестицияның яҡынса күҙалланған күләме — 2 миллиард һум. Был 2021 йылға тиклем 280-гә яҡын яңы эш урыны асырға мөмкинлек бирәсәк.

- «Экопродукт» ЯСЙ-һы Сибай биләмәһендә ҡымыҙҙы сублимациялау буйынса цех асасаҡ. Проектҡа йәлеп ителәсәк инвестицияның яҡынса күләме — 130 миллион һум. Предприятие 100 кешене эшле итәсәк.

- «Таврос» идарасы компанияһы ЯСЙ-һы Шишмә шәкәр заводында шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү ҡалдығын — гранулланған жом (һыйыр малы өсөн аҙыҡ) етештереүҙе яйға һалырға уйлай. Инвестицияның яҡынса күҙалланған күләме — 452 миллион һум.

- «Красная Башкирия» АПК-һы Әбйәлил районында 800 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән роботтар ярҙамында эшләүсе һөт-тауар фермаһы асасаҡ. Был йылына туғыҙ мең тонна юғары сифатлы һөт етештереүгә булышлыҡ итәсәк. Инвестицияның яҡынса күҙалланған күләме — 460 миллион һумдан ашыу.

- «Девелопмент Баҡса Ҡулсаһы» ЯСЙ-һы Белорет районындағы тау саңғыһы үҙәге базаһында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк «Морат» заманса курортын булдырасаҡ. Был туристар ағымын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Инвестицияның күләме 6 миллиард һумдан ашыу буласаҡ, 250 яңы эш урыны асыласаҡ, тип күҙаллана.

- «Монолит» ЯСЙ-һы Күмертауҙағы тимер-бетон заводын модернизацияларға уйлай. Инвестицияның күләме — 8,2 миллион һум.

- «СибайПлитПром» ЯСЙ-һы Баймаҡ районында юнысҡы плитәләр етештереү буйынса завод төҙөйәсәк. Инвестицияның дөйөм күләме — 21 миллиард һумдан ашыу. Яңы предприятие йылына 578 мең кубометр продукция етештерәсәк һәм 1000-дән ашыу кешегә эш урыны булдырасаҡ, тип күҙаллана.


ӘЙТКӘНДӘЙ

Башҡортостан халыҡ-ара форумда 82 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итте

Июнь башында Петербургта XXIII халыҡ-ара иҡтисади форум үтте, унда Башҡортостан делегацияһы 24 килешеү төҙөнө, шуларҙың 11-е — инвестиция йүнәлешендә. Уға ярашлы, киләһе йылдарҙа эре бизнес республика иҡтисадына 82 миллиард һум йүнәлтеп, өс меңгә яҡын яңы эш урыны булдырасаҡ. Был — Башҡортостан өсөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ирешелгән рекордлы күрһәткес.

- ПСК-6 компанияһы Өфө янында ҙур агро-логистик парк төҙөйәсәк.

- Рәсәйҙең алдынғы транспорт-экспедитор компанияһы RAILGO нефть һәм нефть продукттары ташыған тимер юл составын киңәйтәсәк һәм яңыртасаҡ.

- «Хевел» һәм «Солар Системс» компаниялары республиканың көньяҡ райондарында яңы ҡояш электр станциялары төҙөйәсәк.

- «Бокспаркинг Өфө» роботланған парковка системаһы етештереү буйынса завод асасаҡ.

- «Рәсәй почтаһы» логистика үҙәге төҙөйәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды программаһында ҡатнашҡан икенсе төбәк булды. Был башланғыс производстволарҙы модернизациялауға процентһыҙ займдар алырға булышлыҡ итә. Күмертауҙағы «Элеватор» ЯСЙ-һы элеватор комплексын үҙгәртеп ҡороу өсөн 250 миллион һум аласаҡ.

— Беҙ көнәркәшлек мөхитендә йәшәйбеҙ. Хәҙер инвестиция өсөн барлыҡ төбәктәр ҙә көрәшә. Делегациябыҙ иҫ киткес яҡшы эш алып барҙы. Аныҡ һөҙөмтәләр көтәсәкбеҙ, — тине форумды йомғаҡлап Радий Хәбиров.


Читайте нас: