+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 12:00

Майҙансыҡтарҙағы мөһим һөйләшеүҙәр

Эшлекле форумда бөтәһе һигеҙ майҙансыҡ эшләне. Уларҙың барыһында ла Рәсәйҙең билдәле спикерҙары ҡатнашты.

Эшлекле форумда бөтәһе һигеҙ майҙансыҡ эшләне. Уларҙың барыһында ла Рәсәйҙең билдәле спикерҙары ҡатнашты.

«Экология 2.0. Инвестиция үҫеше өсөн глобаль саҡырыуҙар һәм ҡеүәт» тип аталған майҙансыҡта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы рекультивациялау мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторған фекер алышыуҙа секция спи-керҙары, шул иҫәптән Башҡортостандың Хәүефһеҙлек эшмәкәрлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры Денис Буцаев, Хорватия парламенты ағзаһы Иван Рернар ҡатнашты.Башҡортостан — туризм өсөн бик ҡулай төбәктәрҙең береһе. Тармаҡтың килемле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Шулай ҙа республикала туризм индустрияһы үҫешкән тип әйтеп булмай. «Рәсәй туризмы» секцияһына килгәндәр тап ошо һорауҙарға яуап эҙләне лә инде.

Секция эшендә ҡатнашыусыларҙың күбеһе туризм бизнесында үҙ эшен күптән яйға һалған йүнселдәр. Шуларҙың береһе — «Хазина Тур» туристик компанияһы етәксеһе Камил Сиражетдинов.

— Төрлө илдәргә йыш йөрөргә тура килһә лә, Сибайға тәүгә килеүем, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. — Эшлекле форум Урал аръяғын танытыуға, уға инвестициялар йәлеп итеүгә киң мөмкинлек бирәсәк. Туризм өлкәһендә күптән шөғөлләнәм. Бөгөнгө форумда яңы йүнәлештәр, партнерҙар табырмын, тип ышанам.

Фекер алышыусылар төбәктә этно, агротуризмды үҫтереү өсөн бар шарттарҙың булыуын билдәләне һәм туристарҙы йәлеп итеү өсөн фәҡәт уңайлыҡтар тыуҙырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Спикерҙар булып «Ямантау» шифаханаһы директоры Альфрет Аҡбашев менән Иорданияның Халыҡ йыйылышы палатаһы ағзаһы Джамал Гаммо сығыш яһаны.

«Биләмә маркетингы халыҡ-ара тәжрибәһе» секцияһында Төркиә, Сербия, Болгария, Австрия илдәре сәйәсмәндәре һәм бизнесмендары үҙҙәренең иң яҡшы эш тәжрибәләре өлгөләре менән уртаҡлашты.

«Медия һәм йәмғиәт. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә матбуғаттың йоғонтоһо» тип аталған майҙансыҡта Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, тележурналист, публицист Азамат Сәйетов һәм халыҡ-ара эксперт, Франция ҡунағы Рашеди Жульен ҡатнашты. Эшлекле майҙансыҡта фекер алышыуға Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарының матбуғат хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

Читайте нас: