2019 йыл башында республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты биш өлөштән — федераль проекттан тора: «Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу», «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү», «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү», «Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү», «Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу».
Бизнесҡа башланғыс стадияла булышлыҡ итеү, муниципалитеттарҙа эш башлаусыларға ярҙам күрһәтеү, коворкинг-үҙәктәр булдырыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.