+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 11:58

Квитанция ай башында киләсәк

«Эко-Сити» төбәк операторы сүп-сар өсөн түләм ҡағыҙҙары июлдән башлап айҙың 5-ендә килә башлай тип хәбәр итә.

«Эко-Сити» төбәк операторы сүп-сар өсөн түләм ҡағыҙҙары июлдән башлап айҙың 5-ендә килә башлай тип хәбәр итә.

Төбәк операторының идара итеү директоры Артем Киреев билдәләүенсә, квитанцияларҙа айҙың 20-һенә тиклем түләнгән сумма иҫәпкә алынасаҡ. Әгәр абонент түләмде 20-һенән һуң индерһә, ул айҙың квитанцияһында бурыс түләнмәгән тип күрһәтеләсәк. Был осраҡта бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, бары унан һуңғы айҙың бурысын ваҡытында түләү шарт.

Квитанцияла мәғлүмәттәр дөрөҫ күрһәтелмәһә, төҙәтеү индереү өсөн төбәк операторына адресығыҙҙы, исем-фамилияғыҙҙы яҙып һәм квитанцияла нимәне төҙөтеү кәрәк булыуын күрһәтеп, торлаҡ хужаһының паспортын һәм ғаилә составы йәки ваҡытлыса теркәлеү тураһындағы белешмәне фотоға төшөрөп йәки сканкүсермәләрен roecocity.ru сайтындағы шәхси кабинетҡа йәиһә [email protected] электрон почтаһына, ватсаптан 9-965-939-49-00 һәм 8-903-311-04-90 номерҙарына ебәрә алаһығыҙ. Документтар шулай уҡ Башэлектросбыт офисында ла ҡабул ителә, 5–19 июлдә мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү буйынса «Эко-Сити» вәкилдәре лә эшләй.

О. АРАМЕЛЕВА,

«Эко-Сити» төбәк операторының пресс-секретары.


Читайте нас: