+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2019, 12:50

Табип һыны һәйкәл булып ҡалҡты

Уҙған шәмбелә Салауат ауылындағы хоспис алдында Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, доцент И. Х. Һиҙиәтовҡа һәйкәл асылды.

Уҙған шәмбелә Салауат ауылындағы хоспис алдында Хоҙайҙан табип, оло йөрәкле кеше, бөтә ваҡытын һәм көсөн ауырыуҙарға биргән, республикалағы беренсе хосписты төҙөгән, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәдәре кандидаты, доцент И. Х. Һиҙиәтовҡа һәйкәл асылды.

Тантанаға ауыл халҡы, табиптың пациенттары, уҡыусылары, яҡындары, ғаиләһе, туғандары һәм был сарала ҡатнашыуҙы бурысы тип һанаған башҡалар йыйылды. Иң башта ҡунаҡтар хоспистың бер бүлмәһендә урынлашҡан И. Һиҙиәтов музейында булды. Бында табиптың кешеләрҙе дауалаған инструменттары, шәхси китапханаһы, эш өҫтәле һәм пациенттары һәм уларҙы дауалау тураһында бәйнә-бәйнә яҙылған журналына тиклем ҡәҙерләп һаҡлана.

Митингыла сығыш яһаусы саҡырылған ҡунаҡтар — БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Г. Ф. Зиннурова, хирург, профессор, медицина фәндәре докторы В. М. Тимербулатов, район башлығы И. Т. Нафиҡов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы И. Р. Килдейәров, район Советы рәйесе урынбаҫары Ҡ. М. Ғәзизов барыһы ла бер һүҙҙән Ишмырҙа Хәйрнур улының һиҙгер күңелле, уғата аҡыллы кеше булыуын билдәләне. Ул хоспис төҙөүҙең зарурлығын йылдар аша алдан күрә белде, ә бит илдә паллиатив ярҙам бүлексәләре һуңғы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килә башланы. Республикала был хоспис бөгөнгө көндә лә берҙән-бер. Пациенттарҙың, уларҙың туғандарының рәхмәт һүҙҙәре был учреждениеның үҙ ваҡытында төҙөлөүен һәм мөһимлеген дәлилләй. Ә инде танылған доктор И. Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйыу ихтирам билгеһе генә түгел, йәш быуынға тәрбиә биреү алымы ла буласаҡ. Беҙ шәхестең үҙе һәм уның эштәре тураһында хәтерләргә тейешбеҙ.

Сараны И. Т. Нафиҡовтың хоспис хеҙмәткәрҙерен, үҙәк район дауаханаһының онкологы Р. Т. Мәһәҙиев етәкселегендәге инициатива төркөмөн бүләкләүе дауам итте. Рәхмәт хаттары менән Ғ. Ә. Йәнбирҙина – Солтанова, Э. С. Мәғәфүрова, Л. В. Хамматова, Х. М. Сәйфетдинов, Ғ. Ғ. Әхмәтйәнов, Т. Р. Шәйәхмәтов, Ҡ. Р. Ғәбитов, Р. М. Астанғәлин, Т. Т. Мортазин бүләкләнде.

Ағаһы тураһындағы хәтирәләре менән Ғ. Ә. Йәнбирҙина – Солтанова бүлеште:

— Ишмырҙа Хәйрнур улы иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерәм. И. Һиҙиәтовтың эшен дауам иткән Х. Х. Ғәйфуллинаға ла рәхмәтлемен, — тине Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы. — Ул минең өсөн ағай ғына түгел, дуҫым, кәңәшсем ине, атай урынына булды. Ағайым мәрхүм булғас, уның хеҙмәт емеше булған хоспис алдына һәйкәл ҡуйырға тейешмен тигән ҡарарға килдем. Ул ауыр 90-сы йылдарҙа ауырыуҙарға йәшәүгә өмөт уятыуҙан тыш, хеҙмәткәрҙәргә эш урындары ла булдырҙы. «Хакимдарға түгел, халыҡҡа хеҙмәт ит», — тигән һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫемдә тотам. Үҙе был һүҙҙәргә мәңге тоғро ҡалды — медицинаға һәм халыҡҡа хеҙмәт итте.

Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы район башлығына хосписҡа И. Һиҙиәтовтың әсәһенең исемен биреү, йәғни «Райхана» тип атау үтенесен еткерҙе. Яҡташыбыҙҙың табип һөнәрен һайлауында әсәһенең роле бик ҙур булған. Икенсе һорауы хосписты үҙәк район дауаханаһынан айырып, уға үҙаллы дауалау учреждениеһы статусы биреүгә бәйле булды.

Һәйкәлдән япманы алыу хоҡуғы И. Т. Нафиҡовҡа, И. Һиҙиәтовтың уҡыусыһы Р. Т. Мәһәҙиевҡа, Ғ. Ә. Йәнбирҙина – Солтановаға һәм паллиатив бүлексә мөдире Х. Х. Ғәйфуллинаға бирелде.

Сараны байрам концерты дауам итте. Ренат Таңатар улы районда хоспис булдырыуҙың инеш башында тороусыларға — төҙөлөштә ҡатнашҡан, бағымсылыҡ иткән, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәткән һәм бөгөн дә ярҙамынан айырмаған кешеләргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

— И. Һиҙиәтовтың һәйкәле өҫтөндә ярты йыл эшләнем. Образды һынландырырҙан алда бик күп фотоларҙы өйрәнергә, шәхестең яҡын кешеләре менән күп тапҡырҙар күрешергә тура килде. Бер мәл И. Һиҙиәтовтың улы Илдар Ишмырҙа улы атаһының бер фотоһүрәтен алып килде, скульптураны шуға таянып башҡарҙым. Табиптың улы: «Бына был минең атай», — тигәс, ниһайәт, эште атҡарыуымды аңланым, — тине баш ҡаланан килгән скульптор Илдус Закиров. — Ғәлиә Әхмәт ҡыҙы ағаһының ҡулында һәр ваҡыт документтар тотоп йөрөүен һөйләгәйне. Мин быны хоспис проекты һыҙылған төргәк итеп һынландырҙым. Икенсе ҡулында табип сумкаһы, ул уны ла ғүмере буйы үҙе менән йөрөткән.

Римма НИЯҘҒОЛОВА.
Читайте нас: