+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 12:07

Айыҡ район исеменә дәғүә итәйек

Район хакимиәтендә «Сәләмәт ауыл» конкурсында быйыл ҡатнашыусы ауылдар активы менән кәңәшмә уҙҙы.

Дүртенсе йыл районда «Сәләмәт ауыл» конкурсы уҙғарыла. Йыл һайын унда үҙен һынап ҡарарға теләүсе ауылдар һаны артыуы өмөтләндерә. Ауылдарыбыҙҙың иң әүҙем, илһөйәр кешеләре әйләнә-тирәләгеләрен сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү, эскелекте бөтөрөү өҫтөндә нәтижәле эшләй. Район хакимиәтендә конкурста быйыл ҡатнашыусы ауылдар активы менән кәңәшмә уҙҙы. Сараны район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов алып барҙы.

Раян Баян улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы йәйҙең тәүге айында башҡарылған күләмле эштәр менән таныштырҙы, маҡсаттар билдәләне, ауылдар халҡын медицина тикшереүе үткәреп йөрөүсе автопоезд эшмәкәрлегенә күберәк йәлеп итергә саҡырҙы.

— Сәләмәт йәшәүҙе көндәлек йәшәү нормаһына әйләндереү — беҙҙең төп бурысыбыҙ, — тине сығышында Лениза Камил ҡыҙы. — Быйыл конкурста 11 ауыл ҡатнашыуы ҙур мәртәбә. Улар йыл башынан алып төрлө спорт ярыштары, концерт, юбилярҙар кисәләре, парад кеүек иҫтәлекле саралар үткәрә, уларҙа күп һанлы халыҡты — олоһон да, йәшен дә ҡатнаштыра. Интернетта үҙ сайтын йәки төркөмөн булдырып, башҡарған эштәре тураһында хәбәр итеп тә бара. Сәләмәт, айыҡ ауыл менән генә сикләнмәйек, киләсәктә айыҡ район исеменә дәғүә итәйек.

Кәңәшмәне алып барыусылар «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашҡан ауылдар ингән биләмәләрҙәге тыуым һәм үлем осраҡтарын сағыштырҙы, суицид, никахлашыу-айырылышыу кеүек күренештәрҙе барланы. Амангилде ауыл биләмәһендә, мәҫәлән, йыл башынан 14 бала тыуған, 8 кеше үлгән, Әлмөхәмәттә был күрһәткес, ярашлы рәүештә 27/26 тәшкил итә (бер суицид осрағы теркәлгән), Байымда — 15/19 (үлем тыуымдан артып киткән), Буранғолда — 12/9, Гусевта — 11/10, Дәүләттә — 15/6, Рауилдә — 13/12, Таштимерҙә — 22/24, Хәмиттә — 9/2. «Быйыл Әбйәлилдә тыуым менән үлем күрһәткесе бер кимәлгә етеп, 215/215 тәшкил итте, — тине Р. Фәттәхов. — Күреүегеҙсә, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел: балалар тыуһа ла, эшкә яраҡлы йәштәге ир-егеттәр фани донъянан күп китә. Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары һирәк түгел». Кешеләрҙең ни сәбәп менән бындай аяныслы аҙымға барыуҙарын аңларлыҡ түгел. Һин дә мин донъя көтөп, киләсәккә пландар ҡороп йәшәгән кеше лә ҡапыл «һынып» китеүе ихтимал. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар әбйәлилдәрҙең йомоҡ, эмоциональ яҡтан ябыҡ булыуын да сәбәп итте. Йәғни, берәй проблемаһы булһа, кеше берәүгә лә һөйләп бармай, үҙ-үҙенә бикләнеп ҡайғыра һәм ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләй белмәй, яҡындарына ышанмай. Икенсенән, ауылдарҙағы эшһеҙлек, ир-егеттәрҙең оҙаҡ буйҙаҡ йөрөүе лә үҙенекен итәлер. Ошо арҡала ирҙәрҙең абруйы кәмей, бәҫе төшә, улар йомола...

«Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булайыҡ, олоғайып барған егеттәрҙе кәмһетмәй, киреһенсә, уларға пар эҙләп, димселек эшен дә тергеҙәйек, — тине Л. Сәғәҙиева. — Ғаиләләр үҙ донъяһына ғына бикләнеп ятмаһын, дөйөм сараларҙа күберәк ҡатнашһын, йырлай белгәне — йырлаһын, бейеүгә оҫтаһы — бейеһен, театр түңәрәктәренә йөрөһөн, моңо булмағанын өмәгә булһа ла саҡырығыҙ, кешегә ҡайһы саҡта ябай аралашыу етмәй».

«Сәләмәт ауыл» конкурсына заявка биргәндән алып урындарҙа ниндәй эштәр башҡарылыуы, уларҙың һөҙөмтәләре тураһында Туйыштан Марс Сәйетғәлин, Амангилденән Венера Мансурова, Үтәгәндән Айтуған Мәғәфүров, Таштимерҙән Әхтәм Юлдашев, Булаттан Сәғит Нафиҡов һөйләп, тәжрибә уртаҡлашты. Үҙҙәре башланғыс һалып, ауылдаштары яҙмышына битараф ҡалмай, шундай эштәр атҡарыуҙары тик маҡтауға лайыҡ. Үтәгәндәр, мәҫәлән, спортҡа баҫым яһай, милли көрәш, гер күтәреү, бокс секциялары яҡшы эшләй, туйыш-байымдар иманлы һабантуй үткәреп килә, унда бала-сағаны дин тәғлимәттәренә өйрәтә, ҡорбан салып, ҙур ҡор йыя, күмәкләп йә саңғыға баҫалар, йә хоккей уйнайҙар, тиҙҙән Ирәмәлгә походҡа йыйыналар икән. Таштимерҙәр спорт ярыштарын эстафета рәүешенә әйләндереп, биләмәләге бөтә ауылдарҙы деү килтерә, бында айырыуса йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Тәпәндәр ошо көндәрҙә Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылған, улар күмәк өмәләрҙе ғәҙәткә индергән.

Тик барыһын да борсоған мәсьәлә: һәр ауылда бер-ике ғаиләне эске ҡоллоғонан айырып булмауы. «Полиция яғынан әҙ генә ярҙам булһа, ҡойған көмөшкәләрен сығарып ташларлыҡ хоҡуҡ бирелһә, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙең «ҡойроғон ҡыҫҡартыр» инек», — тиеште сығыш яһаусылар. Рейдтарҙы туҡтатмауҙы һоранылар.

Көн үҙәгенә сығарылған мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәрҙе тыңлап, һығымталар яһалды. 11 ауылдың активын йыйып, дөйөм йыйын үткәрергә план ҡоролдо.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: