Күркәм традицияға әйләнгән сараны балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Байрам «Экстрим» турбазаһында (эшҡыуар Л. Х. Әхтәмов) уҙҙы. Ысын һабантуйҙағыса талантлылар сәхнәлә һәләттәрен күрһәтте, етеҙҙәр, таһылдар, көслөләр спорт ярыштарында ҡатнашты һәм, әлбиттә, бының өсөн ярашлы бүләктәрен дә алды.
Йәйҙең матур бер көнөндә тәбиғәт ҡосағына сығыусыларҙы район башлығы И. Т. Нафиҡов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов һәм район инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова сәләмләне. Сәләмәтлек хәле буйынса күбеһенсә өйҙә ултырырға йәиһә дауаханаларҙа ятырға мәжбүр балалар өсөн уларҙы берҙәмләштергән, аралаштырған, мәҙәни һәм спорт сараларына ылыҡтырған социаль саралар бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ, тине район етәкселәре һәм киләһе йылғы һабантуйҙа ла иҫәнлектә-һаулыҡта күрешергә яҙһын, тигән теләктә ҡалды.
Г. КҮСӘРБАЕВА.