Рәсәйҙең 44 төбәгендә, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Йәмәғәт күҙәтеү комиссияларының яңы составы була, тип белдерҙе Йәмәғәт палатаһы секретары Валерий Фадеев. Кандидаттарҙы тик йәмәғәт ойошмалары ғына күрһәтә ала. Хөкөм ителмәгәнлек тураһында белешмә мотлаҡ. Законға ярашлы, комиссия составына 5-тән 40 ҡа тиклем кеше индерелергә мөмкин. Комиссияларға кандидаттар күрһәтеү октябрҙә тамамлана һәм Йәмәғәт палатаһы советы уларҙы хуплау маҡсатында тауыш бирәсәк.