РФ Президенты В. Путин машиналар өсөн номер алыу процедураһын ябайлаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Ул 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәй халҡы автомо-биленә номерҙы үҙ аллы алыу мөмкинлегенә эйә була. Йәғни, номерҙы етештереүсенән барып алырға була. Бының өсөн паспорт һәм машина документтарын күрһәтеү етә. Тик дәүләт теркәү номерында автоһәүәҫкәр йәшәү урыны буйынса теркәлгән төбәк күрһәтелергә тейеш.