+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2019, 14:10

Өфөлә «Башҡортостандың туристик сувениры» конкурсы уҙҙы

«Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексында 6 августа «Башҡортостан Республикаһының туристик сувениры» республика конкурсы ойошторолдо

«Ҡунаҡһарай» сауҙа-эш комплексында 6 августа «Башҡортостан Республикаһының туристик сувениры» республика конкурсы ойошторолдо. Еңеүселәр һәм призерҙар октябрҙә Һарытауҙа «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсының дөйөм милли финалында ҡатнаша, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Конкурс барышында семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталовтың сығышы булды.
Читайте нас: