“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын, атап әйткәндә, туристик маршруттарҙы ойоштороуҙы бойомға ашырыу сиктәрендә Шакша карьерында “Бысраҡтан ҡурҡмаусылар” (“Поглотители грязи”) ғаилә фестивале үтте.
Республикала дүртенсе тапҡыр ойошторолған был фестиваль ҡышҡыһын да, йәй көндәре лә үткәрелә. Фестивалдә һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба: кемдер үҙенең һәм тимер атының мөмкинлектәрен һынаны: бөтә ерҙән үтә алыуға әҙерләнгән һәм стандарт автомобилдәр, квадроциклдар, мотоциклдарҙа мауыҡтырғыс ярыштар ойошторолдо. Икенсе берәүҙәр тамашасы ролендә була. Балаларға ла мауыҡтырғыс ярыштар үткәрелде. Ә кискеһен күңелдәрҙе күтәреп, рок-фестҡа шаһит булдылар.