+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 10:54

Балалар Путиндан автограф та алған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Севастополгә сәфәре барышында 6 - 7 йәштәрҙәге балалар менән осрашып һөйләшкән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Севастополгә сәфәре барышында Хореография академияһына һайлап алынған 6 - 7 йәштәрҙәге балалар менән осрашып һөйләшкән. Улар ил башлығын оҙаҡ ебәрмәй торған, автограф алғандар, фотоға төшкәндәр. Хатта ишеккә тиклем үк оҙатып ҡуйғандар.
Осрашыу III Халыҡ-ара опера һәм балет фестиваленең тәнәфес мәлендә үткән. Уҡыу йортоноң ректоры Сергей Полунин президентҡа йыл аҙағында балалар ҡатнашлығында йомғаҡлау спектаклен ҡуясаҡтарын белдереп, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың бик һәләтле булыуын билдәләгән.

Читайте нас: