+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 11:02

Һигеҙ бала өсөн дә «Газель» бирелә

Һигеҙ бала тәрбиәләүсе ғаиләләр күп балалылар һәм айырым ташламаларға хоҡуҡлылар исемлегенә инде.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы, 8 бала тәрбиәләүсе ғаиләләр күп балалылар һәм айырым ташламаларға хоҡуҡлылар исемлегенә инде. «Демография» милли проектына ярашлы, Быға тиклем 10 бала үҫтереүсе ата-әсәгә «Газель» автомобиле бирелә ине, 2008 йылда 9 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәр ҙә бындай хоҡуҡты алды. 2015 йылда иһә, күп һанлы һорауҙар буйынса машина урынына 600 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғы бирелде. Быйылғы йылдан 8 бала үҫтергән ғаиләләр ошо ярҙам менән файҙалана аласаҡ.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан

Читайте нас: