Социаль селтәрҙәрҙә данлыҡлы генерал, 112-се кавалерия дивизияһының ҡурҡыу белмәҫ командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән башланған флешмоб киң таралыу тапты. Флешмобҡа ҡушылыу өсөн "Шайморатов генерал" йырын башҡарып видео төшөрөргә һәм
#Шаймуратов хэштегы аҫтында социаль селтәргә урынлаштырырға кәрәк. Ҡыҙыҡлы идеяны билдәле артистар ҙа, йырсылар ҙа, ябай халыҡ та ихлас эләктереп алды. Иң үҙенсәлекле сығыш 27 августа билдәләнәсәк. Еңеүсене ҡоролтай бүләкләй.