+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 17:30

«Башавтотранс» республиканың 14 район үҙәге менән бәйләнеште тергеҙҙе

Башҡортостанда бөтә район үҙәктәре Өфөгә транспорт бәйләнеше менән тәьмин ителде.

«Башавтотранс» 14 район үҙәгендә — Архангелдә, Раевкала, Асҡарҙа, Баҡалыла, Яңы Балаҡатайҙа, Иҫке Собханғолда, Дәүләкәндә, Йәрмәкәйҙә, Үрге Йәркәйҙә, Ишембайҙа, Николо-Березовкала, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Стәрлебашта һәм Саҡмағошта туҡтатылған маршруттарҙы тергеҙҙе. Әлегә маршруттарҙа 1-2 микроавтобус (8 урын) эшләй. Улар яҡындағы ҡасабаларҙы — 3-5, алыҫта урынлашҡандарын бер тапҡыр урай. Автобустар һатып алынһа, дәүләт ташыусыһы рейстар һанын арттырыуы ихтимал.
Йыл аҙағына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы паркты төрлө класлы 527 автобус менән тулыландыра. Мәҫәлән, бөгөн, 20 августа, компания ҡала һәм ҡала яны маршруттары өсөн тәғәйенләнгән 42 Vector Next автобусы, ҡала араһында һәм ҡала янында йөрөү өсөн 60 Ford Transit микроавтобусы алды.

Читайте нас: