+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 18:59

Кемдең ғаиләһе иң шәбе?

Беҙҙең районда физик мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр араһында конкурс уҙҙы.

Беҙҙең районда физик мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр араһында конкурс уҙҙы.
Өсөнсө тапҡыр ойошторолоусы был асыҡ фестиваль быйыл республика кимәлендә үтте. Төрлө район һәм ҡалаларҙан йыйылған ун ғаилә үҙҙәре менән таныштырҙы, йыр-бейеүгә һәләттәрен күрһәтте, спорт ярыштарында ҡатнашты. Бәләкәйҙәргә һәм өлкәндәргә «Экстрим» ял базаһының ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, күңелле эстафета айырыуса оҡшаны. Уҡтан, пневматик мылтыҡтан атыуҙа атайҙар һәм улдар һынатманы. Ғаиләләр сәмләнеп, ихлас ярышты. Бөтәһе лә иң һуңынан район инвалидтар йәмғиәте әҙерләгән бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: