-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 10:50

"Милли брендты әүҙемерәк яҡларға кәрәк"

Бөгөн Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт балының һәм “Ҡырағай балға һунар” тип аталған турҙың исем туйы уҙа.

Бөгөн Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт балының һәм “Ҡырағай балға һунар” тип аталған турҙың исем туйы уҙа. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Башҡорт балына республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифала эш башлауының тәүге көндәрендә үк иғтибар бирҙе. Билдәле булыуынса, ул былтыр Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә беҙҙең был продукттың Красноярскиҙа ни өсөн тейешле баһа алмауы сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынып, аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа башҡорт балының абруйын һаҡлау системаһын төҙөргә күрһәтмә бирҙе.


“Был эште системалы рәүештә, юридик йәһәттән теүәл итеп алып барасаҡбыҙ”, – тине республика етәксеһе. Ул быйыл алдынғы ҡарашлы йәштәр менән осрашыуҙа ла милли ризығыбыҙҙы хәстәрләү бурысын еткерҙе. “Барыбыҙ ҙа шуны яҡшы белә: беҙҙең башҡорт балы үҙенең иҡтисади, медицина һ.б. үҙенсәлектәре буйынса иң яҡшыһы. Милли брендты әүҙемерәк яҡларға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.


Мәскәү ҡалаһындағы бөгөнгө сара – республика етәксеһе ҡуйған бурысты тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Унда умартасылыҡҡа, солоҡсолоҡҡа бәйле кешеләр, белгестәр саҡырылған. Сараға килеүселәргә башҡорт балының үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәктәр, уны тәмләп ҡарау мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ “Ҡырағай балға һунар” турын тәҡдим итеү ҡаралған.


Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.


Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған. Экспортҡа булышлыҡ ҡылыу үҙәгенең әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы ла башҡорт балының баһаһын, танылыу даирәһен арттырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Читайте нас: