+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2019, 10:48

Сифатҡа ынтыл: күберәк алырҙар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында маҡсатҡа ярашлы яңыртыу эштәре алып барыла.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтарында маҡсатҡа ярашлы яңыртыу эштәре алып барыла.


Күптән түгел Өфөлә үткән “Экспортларға ваҡыт” халыҡ-ара форумы ғына ла – быға аныҡ дәлил.


“Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды, – тине мөһим саралағы сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Төбәк проекттарына ярашлы, беҙ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыуға буйынса мәсьәләләрҙе, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешен хәл итәбеҙ. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын”.


Радий Фәрит улы республикала экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт.


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сираттағы кәңәшмәлә белдереүенсә, йыйылған ашлыҡтың сифатлы һаҡланыуын тәьмин итеп, экспорт буйынса маҡсатлы индикаторҙарҙы үтәү өсөн элеваторҙарҙың матди-техник базаһы яңыртыла. Күп урында эш башҡарылды ла инде. Мәҫәлән, “Учалы элеваторы” йәмғиәтендә ҡорамалдар яңыртылыуын дауам итә, һөҙөмтәлә уның ҡеүәте илле мең тоннаға тиклем ашлыҡ һыйҙырышлы буласаҡ.


“Реса” компаниялар төркөмө рапс (етен) майы етештереү буйынса завод төҙөү эше бара. Өҫтәүенә утыҙҙан ашыу икмәк ҡабул итеү предприятиеһының, икмәк аҙыҡтары комбинаттарының, элеваторҙарҙың матди-техник базаһы торошо тикшерелде.


Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. География байтаҡ киң – Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны.


“Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты паспортына ярашлы, 2024 йылға экспорт күләменең индикатив күрһәткесе – 230 миллион доллар.


Милли проект үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”. Уларҙың ошо уҡ атамалағы төбәк проекттары тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: