+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 18:15

Ветерандар — мәктәптә көтөп алған ҡунаҡ

Мәктәпкә килеп үҙебеҙ эшләп киткән коллективтың, балаларҙың яулаған уңыштарына һөйөнәбеҙ, үҙ-ара аралашып күңелдәрҙе бушатабыҙ.

— Һәр байрам һайын мәктәп етәкселеге беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра, шулай уҡ белем усағында үткән төрлө сараларҙа йыш ҡатнашабыҙ. Мәктәпкә килеп үҙебеҙ эшләп киткән коллективтың, балаларҙың яулаған уңыштарына һөйөнәбеҙ, үҙ-ара аралашып күңелдәрҙе бушатабыҙ, — ти Ташбулат мәктәбендә эшләп, бөгөн хаҡлы ялда булған уҡытыусылар.
Белем байрамы уңайынан булған тантанлы линейкала ҡатнашҡандан һуң, улар өсөн сәй табыны ойошторолдо.
— Мәктәпкә эшкә килгән, салғы тота ла белмәгән уҡытыусыларҙы бесән сабырға өйрәттек, баҫыуҙа таш та йыйҙылар, төнгө сменала ырҙын табағында ла эшләнеләр. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт барығыҙға ла, — тине шул йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозды етәкләгән Рәсүл Шөғүров.
Мәктәп ашханаһы коллективы әҙерләгән тәмле сәй табыны артында мәғариф ветерандары шул осорҙағы ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрҙө, бөгөнгө тормош хаҡында йәнле әңгәмә ҡорҙо.
Читайте нас: