Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 14:07

«Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә индерелде

Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә иң беренсе булып ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат
районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы
Рәсәйҙә иң беренсе булып ЮНЕСКО-ның геопарктар глобаль селтәренә индерелде. Был
ҡарар Индонезияның Гили Траванган утрауында уҙған Совет ултырышында ҡабул
ителде. Әйткәндәй, әлеге ваҡытҡа
ЮНЕСКО-ның геопарктар селтәренә 41 илдән 147-нән ашыу объект индерелгән.
Был статус Башҡортостанды һәм геопаркты донъя кимәлендә танытыу, сит илдәрҙән
туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген аса. «Янғантау» геопаркы 1774 квадрат метр
майҙанды биләй. Бындағы тәбиғәт байлығын Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл
китаптарына ингән бик күп төрлө үҫемлек һәм хайуандар донъяһы билдәләй. Шулай
уҡ геопарк милли һәм халыҡ-ара әһәмиәткә эйә орнитологик биләмә булараҡ та дан
тота.
Читайте нас