812-се Хәлил һайлау участкаһында 872 һайлаусы. Тауыш биреү участкаһы асылмаҫ элек үк 7 кеше һайлау урынына килде һәм иң беренсе булып гражданлыҡ бурысын үтәне, махсус бүләк менән бүләкләнде. Улар - Зөлфиә Сәфәрғәлина, Миҙәхәт Килдейәров, Батыр Бараков, Әлфир Зәйнуллин, Нәйлә Бикҡолова, Рәсимә Күсәрбаева һәм Айтуған Йәһүҙин. Әйткәндәй, 18 йәшлек Айтуған тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Хөсәйен ауылында йәшәүселәр өсөн автобус рейсы ойошторолған.