Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтар: "Һайланасаҡ республика Башлығы халыҡ менән эшләһен, уның фекеренә таянһын, тигән теләктәбеҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - етәкселектең беҙҙе ишетеүе. Ә биләмә депутаттарының эше менән ризабыҙ, улар мөрәжәғәтте иғтибар менән тыңлап, хәленән килгәндең барыһын да эшләй. Уларға уңыштар юлдаш булһын!"