«Тони» автозаправкалау станцияһы уйынға ҡуйған АИ-92 маркалы 20 литр бензинға талондарҙың бәхетле эйәләре булып Раил Ишбулатов, Гөлиә Сәфәрғәлина, Регина Искәнйәрова, Гөлсәсәк Өмөтҡужина, Денис Шаһбалов, Венера Баймырҙина, Сабир Ғилманов, Ишбулат Ирназаров, Һылыу Мөхәмәҙина, Луиза Минһажева, Рәйсә Шәрипова, Салауат Шәйхин, Гөлсөм Фәйзуллина, Земфира Әминева, Азамат Носратов, Фәнил Байтүрин, Әнзилә Лисанова, Нәйлә Шаһимова, Айгөл Баязитова, Айрат Абдрахманов табылды. АЗС-тың директоры Наталья Пак еңеүселәрҙе ҡотлап, әбйәлилдәрҙең һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуы, сәйәси кампанияға битараф ҡалмауы өсөн һөйөнөс белдерҙе.
- Ватаныбыҙҙа бөгөн Берҙәм һайлау көнө. Һайлауҙар беҙҙә элек-электән байрам төҫөн алған. Байрам уңайынан йәмғиәтебеҙ әҙерләгән бүләктәр тормош-көнкүрешегеҙҙә кәрәкле әйберҙәр булыр, тип ышанам, - тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.