+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2019, 16:11

Концерт менән бер рәттән майҙансыҡта йәрминкә гөрләне

Рауил ауыл биләмәһе мәҙәниәтселәре берҙәм тауыш биреү көнөн байрамға әйләндереүгә ҙур тырышлыҡ һалды.

Рауил ауыл биләмәһе мәҙәниәтселәре берҙәм тауыш биреү көнөн байрамға әйләндереүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Ишҡолдар яңыраҡ ҡына асылған паркта концерт ҡуйып, өс таған, әйлән-бәйлән кеүек уйын-бейеүҙәр менән байытты.

Быйыл "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусы тәпәндәр иһә һайлауға килгән күршеләре - Исҡужа халҡын йыр-моң менән ҡаршы алып, бай сәй табынына саҡырҙы. Концерт менән бер рәттән майҙансыҡта йәрминкә гөрләне. Уңған хужабикәләр ҡайнатма, салат, көҙгө уңыш менән сауҙа итте.
Читайте нас: