+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2019, 16:40

Район мәҙәниәт һарайында йәнлелек тантана итә

Сәғәт уҡтары көндөҙгө 12-не һуҡҡанда бында тауыш биреүселәрҙең 22,5 проценты үҙҙәре өсөн мөһим һайлауҙы атҡарғайны ла инде.

Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 765-се һайлау участкаһында йәнлелек тантана итә. Сәғәт уҡтары көндөҙгө 12-не һуҡҡанда бында тауыш биреүселәрҙең 22,5 проценты үҙҙәре өсөн мөһим һайлауҙы атҡарғайны ла инде. Участка комиссияһы рәйесе Нәйлә Ғәйнуллина әйтеүенсә, иртәнсәктән кеше өҙөлмәй, иң беренселәр булып һайлауға килгән 15 кешегә бүләк бирелгән. Тәүгә һайлауҙа ҡатнашыусы ике ҡыҙ һәм ике егет иртәнге сәғәттәрҙә тауыш биргән. Сәләмәтлек хәле буйынса һайлауға килә алмаған 42 граждандың ғаризаһына ярашлы, комиссия ағзалары Айнур Йәноҙаҡов менән Линара Ибраһимова өйҙә һайлатыу менән мәшғүл.
Читайте нас: