+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2019, 11:43

Бер кемде лә ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү уҙғарһа, һәр ваҡыт уға сират күп була.

Районда республика министрлыҡтары, ведомстволары, төрлө кимәлдәге депутаттар халыҡты ҡабул итеүҙе йыш үткәрә. Берәүҙәргә халыҡ күпләп килһә, икенсеһенә бер-икәүҙән артмай. Әлбиттә, кемдең ярҙамы тейә, уға кешеләр өмөт итеп, күпләп ағыла. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү уҙғарһа, һәр ваҡыт уға сират күп була. Сентябрь башында үткәргән шәхсән ҡабул итеүгә депутатҡа бөтәһе 44 мөрәжәғәт булды.

Әлбиттә, һәр кемдең үҙ хәстәре, үҙ ҡайғыһы, тотош ауыл, халыҡ проблемаһын күтәреүселәр ҙә аҙ булманы.

Зариф Закир улы ҡабул итеү үткәргәнгә тиклем Асҡар, Ишҡол, Рауил ауылдарында Белем байрамы уңайынан тантаналарҙа ҡатнашты, Хәлилдә балалар майҙансығын асыу сараһында булды. Был осрашыуҙарҙа ла халыҡ менән аралашып уларҙың күп кенә һорауҙарына яуап бирҙе. Хәлил ауылының бер төркөм ветерандары ауыл янында алтын ҡаҙыуға тикшереү эштәре алып барыуға аукцион үткәрелеүенә борсолоу белдерҙе.

Шәхсән ҡабул итеүгә утыҙлап кеше яҙылһа ла, ваҡыты еткәс, уларҙың һаны ҡырҡҡа етте. Шулай ҙа Зариф Закир улы мөрәжәғәт менән килгән һәр кемде иғтибар менән тыңланы, кемдеңдер һорауын шунда уҡ хәл итте, икенселәренә төплө кәңәш бирҙе, өсөнсөләренә республика ведомство-ойошмалары вәкилдәре менән уларҙы тикшергәс, яуап биреләсәген вәғәҙәләне.

Район Советы депутаты Ишморат Әминевты Гусев мәктәбе бинаһының түбәһенән һыу ағып тороуы борсой.

Күсемдән килгән йәштәр ауылда балалар баҡсаһы асыу мәсьәләһен күтәрҙе. Егеттәр әйтеүенсә, Күсемдә бөгөн мәктәпкәсә йәштәге 60-тан ашыу бала иҫәпләнә, ата-әсәләр барыһы ла ситкә йөрөп эшләй, ә сабыйҙарын ҡалдырыр урын юҡ. Улар шулай уҡ ауылда йәштәргә йорт һалыу өсөн ер бүлеү мәсьәләһен дә ауыл йәштәре мәнфәғәтендә хәл итеүҙә депутаттың булышлыҡ итеүен һораны.

Красная Башкириянан килгән ҡатын яңы биҫтәне сүп-сар баҫыуына борсолоу белдерҙе. Был биҫтәлә балалар күп, улар урын булмағанлыҡтан сүплек араһында уйнай, тине ул.

Ҡыҙыл йылғаһының яры ишелеп йорттарға яҡын килеүе Ишбулды халҡын борсой, ярҙы нығытыуҙа ярҙам һораны ошо ауыл вәкиле.

Ҡырҙас, Әбйәлилдән килгәндәр ауылдарындағы яңы урамдарға, мораҡайҙар ауылға газ үткәреү мәсьәләһе менән ингәйне. Уларҙың һорауына район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов асыҡлыҡ индерҙе. Фуат Рәфҡәт улы әйтеүенсә, хәҙер газ үткәреү «Газпром» аша хәл ителә икән. «Газ ҡулланыусылар булыуы мотлаҡ гарантияланһа, был ойошма газ һуҙыу эшенә тотона. Шуға күрә яңы урамдар халҡынан газ менән ҡулланасаҡтарын иҫбатлап, ғариза йыйырға кәрәк. Мораҡайға килгәндә, был ауыл тәбиғи газ үтәсәк ауылдар исемлегенә ингән».

Шәхсән мөрәжәғәттәр ҙә күп булды. Сәләмәтлеге сикле кешеләр экспертизаға йүнәлтмә ала алмайҙар икән. Башҡа төрлө — милек, ер кеүек мәсьәләләр буйынса ла һорауҙар бихисап ине.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: