Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2019, 10:59

Владимир Путин ярҙам вәғәҙә итте

Бөтә донъя туристик ойошмаһы Генераль ассамблеяһының сессияһы Санкт-Петербургта беренсе тапҡыр үткәрелә. Унда 150 ил вәкиле ҡатнаша.

“Беҙ был тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеген, туризм баҙарының конкурентлыҡ ҡеүәһен тағы ла арттырасаҡбыҙ, алдынғы хеҙмәттәрҙе ғәмәлгә индерәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя туристик ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 23-сө сессияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә.
Санкт-Петербургта үткән форумда ил башлығы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып электрон визаның әүҙем индерелеүен, Ҡышҡы Олимпия уйындары, футбол буйынса донъя чемпионаты, Йәштәр һәм студенттар фестивале, студент универсиадалары уҙғарылыуын билдәләне.
“Беҙ ҡыҙыҡлы идеялар һәм тәҡдимдәр өсөн асыҡбыҙ, үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ”, – тине Владимир Владимирович.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя туристик ойошмаһы Генераль ассамблеяһының сессияһы Санкт-Петербургта беренсе тапҡыр үткәрелә. Унда 150 ил вәкиле ҡатнаша.
#ВладимирПутин


Читайте нас в