+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 13:23

«Апимондия–2021» Өфөлә уҙасаҡ

Өфө конгресының иғтибар үҙәгендә кешелек именлегенең иҡтисади һәм экологик факторы булараҡ – бал ҡорто торасаҡ

Канаданың Монреаль ҡалаһында уҙған «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында ике алтын миҙал яулаған Башҡортостанға 2021 йылда уҙасаҡ 47-се конгресты һәм APIEXPO халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыу эстафетаһы тапшырылды. Быға тиклем 1971 йылда Апимондияның 23-сө конгресы Мәскәүҙә уҙған. Теүәл 50 йыл үткәс, Рәсәй үҙенең биләмәһендә йәнә бөтә донъя уматасылары өсөнө ҙур әһәмиәткә эйә сараны ҡабул итәсәк. Өфө конгресының иғтибар үҙәгендә кешелек именлегенең иҡтисади һәм экологик факторы булараҡ – бал ҡорто торасаҡ. Ҡорттарҙы диагностикалау һәм дауалау, улар өсөн юғары һөҙөмтәле дарыуҙар етештереү, умартасылыҡ тармағының нәтижәлелеген арттырыу, бал продукттары сифаты буйынса халыҡ-ара стандарттар һәм системалар булдырыу, ялған продукцияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар планлаштырыла.
Читайте нас: