Башҡорт Аграр университеты студенттары арпа һәм бойҙай гибридтарынан уның энергиялы төрөн сығарған. Проект сәләмәт туҡланыу өлкәһендә фәнни конференция өсөн эшләнгән. Уңышлы лаборатор тикшереүҙәренән һуң өлгөләр 2018-19 йылдарҙағы күргәҙмәләргә ҡуйылып, көмөш һәм алтын миҙал менән билдәләнгән.
Энергиялы хлебцылар составына юғары сортлы ондан, шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы һәм һыуҙан тыш, бойҙай менән арпаның гибриды — аҡһымлы булыуы менән ҡиммәтле, аминокислоталарға, фосфор, кальций, баҡыр, цинк, натрий, тимер һәм витаминдарға бай тритикале лә инә.