Рәсәйҙең Финанс министрлығы ишле ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум биреү тәртибен ябайлаштырырға тәҡдим итте.
Хөкүмәт ҡарары проектына ярашлы, заемсыларға программала ҡатнашыу хоҡуғын раҫлаған документтар менән ипотека алған банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Банк, үҙ сиратында, был документтарҙы «ДОМ.РФ» йәмғиәтенә ебәрә, унда уларға тикшереү үткәрелә, шунан «ДОМ.РФ» аҡсаны кредитты ҡаплауға йүнәлтеү-йүнәлтмәү тураһында ҡарар ҡабул итә.
Тәүге осраҡта ул банкка ипотеканы ҡаплау иҫәбенә 450 мең һум күсерә (әгәр кредиттың ҡалған суммаһы аҙыраҡ булһа, шунса күләмдә). «ДОМ.РФ» йәмғиәтенә ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан махсус субидиялар бүленә.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта, ипотеканы ҡаплау өсөн бюджеттан 450 мең һум алырға мөмкин. Был яңы ярҙам механизмын хөкүмәт президенттың ҡушыуы буйынса әҙерләй. Уны тормошҡа ашырыуға 2019 йылда хөкүмәт үҙенең резерв фондынан 15 миллиард һум бүлергә ҡарар итте.
Бынан алда Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә кредит түләгән осорҙа балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса түбәнәйтелгән ставканың ғәмәлдә булыуы, ишле ғаиләләргә торлаҡ кредитын ҡаплау өсөн 450 мең һум түләү мөмкинлеген иҫәпкә алыу тураһында белдергәйнеҙе.